Ҡаныҡай ауылы башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе – Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалында Ватанды һаҡлаусылар һәм яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бик матур иртәлек үткәрелде.
Мәктәптә ойошторолған сараға балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә әҙерләнеп килделәр. Иң тәүҙә башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙы Батраева һәммәһен дә байрам менән ҡотлап үтте һәм яҡшы кәйеф теләне. Артабан мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән Флорида Мирза ҡыҙы концерт номерҙары менән сығыш яһаны: дәртле йырҙар, бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар менән үрелеп барҙы. Кескәйҙәр “Нисек итеп ҡуян балалары әсәләрен эҙләнеләр” исемле әкиәт әҙерләгәйне, сағыу тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Иртәлектең икенсе өлөшөндә мауыҡтырғыс уйындар, ярыштар үткәрелде. Уҡыусылар “Кем беренсе сәскә бүләк итә”, “Әсәйҙәргә матур һүҙҙәр”, “Кемдең машинаһы тиҙерәк йөрөй?” кеүек етеҙлеккә, сослоҡҡа ҡоролған уйындарҙа көс һынаштылар.
8 март байрамына уҡыусылар алдан уҡ әҙерләнде, был көндә улар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен биреп, әсәйҙәрен һөйөндөрҙөләр. Байрам мул ризыҡлы сәй табыны менән тамамланды. Барыһы ла байрамдан йәшәргә яңы көс, дәрт алып таралашты.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
шәхси архивтан алынған фотолар.