Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
6 Март , 06:02

Тормош матурлығына һөйөнөп йәшәй

Йылбулаҡтамаҡ ауылынан 90 йәшлек юбилейын билдәләп үткән Химия Сәфәрова оҙон ғүмерлелек серҙәре менән уртаҡлаша

Тормош матурлығына һөйөнөп йәшәйТормош матурлығына һөйөнөп йәшәй
Тормош матурлығына һөйөнөп йәшәй

Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙән биш кеше туҡһан йәш сиген үтеп киткән. Улар барыһы да гүзәл заттар. Мәҫәлән, Йылбулаҡтамаҡта йәшәүсе оҙон ғүмерле Химия Ғөбәйҙулла ҡыҙы Сәфәрова ошо көндәрҙә ғаиләһе менән оло юбилейын билдәләп үткән. Уны тыуған көнөндә юбилейы менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Амур улы Ғәлиев, ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Рифғәт улы Ниғмәтйәнов һәм ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре сәскәләр, бүләктәр тапшырып, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе, изге теләктәр теләне. Беҙ иһә юбиляр менән ошо мөһим хәл-ваҡиға алдынан осраштыҡ.
— Мин Ҡасҡын ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫтем, беҙ өс ҡыҙ сит инек, ә мин уларҙың иң өлкәне булдым, — ти яҡшы хәтерле һәм ыҫпай кәүҙәле Химия Ғөбәйҙулла ҡыҙы.- Беҙ барыбыҙ ҙа һуғыш йылы балалары. Миңә ни бары алты йәш булғанда, атайымды  фронтҡа алғандар. Һәм ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1945 йылдың 8 майында Берлинды алған ваҡытта һәләк булған. Беҙҙе әсәйем яңғыҙы тәрбиәләп уҫтерҙе. Тыуған ауылымда башланғыс мәктәпте уҡып сыҡҡас, курше ауылда 7-cе синыфты тамамлай алдым.

Химия Ғөбәйҙулла ҡыҙына үҙ ғүмерендә кем генә булып эшләргә тура килмәгәнлеген ентекләп тасуирлай. Ул колхозда һыйыр һауынсы ла, бригадир ҙа булған. Шуның менән бергә шәфҡәт туташы ярҙамсыһы була һәм яҡташтарын трахоманан дауалай. Ике тиҫтә йыл буйына иңенә ҡалын сумка аҫҡан ауыл хат ташыусыһы булып эшләй, сөнки һәр ғаилә ул ваҡытта бик куп төрлө газета-журналдар алдырған. Унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы, Йылбулаҡтамаҡ ауылының «Күбәләк» балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.

- 1955 йылдың декабрендә миңә эшсән һәм сибәр Йылбулаҡтамаҡ егете Минифа яусы ебәрҙе. Беҙ уның менән өс йылға яҡын дуҫлашып йөрөгәйнек. Ул совет осоронда бөтә ерҙә шулай ҡабул ителгәйне, —тип дауам итә Химия апай. — Яратҡан тормош иптәшем менән беҙ бергә 68 йыл ғүмер иттек. Биш бала: улыбыҙ Илгиз, ҡыҙҙарыбыҙ Рәйлә, Резеда, Рузиемә һәм бәләкәй улыбыҙ Филүсте үҫтерҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирем Минефаяз Нурғәли улы 2023 йылдың 15 декабрендә вафат булды. Мин әле бәләкәй улым ғаиләһендә йәшәйем. Мине киленем Зөлфирә һәм уның ҡыҙҙары — ейәнсәрҙәрем ҡарай. Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып ултырып, ауылдаштарым менән һөйләшәм, улар минән йыш ҡына оҙаҡ йәшәү сере тураһында һорайҙар. Мин үҙ аяғымда йөрөйөм, әлегә яҡшы кyрәм hәм ишетәм. Туғандарым һәм яҡындарым көн дә хәлемде белеп тора һәм иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әҙерләгән һәм табынға ҡуйылған ризыҡтарҙың барыһын ла ашайым. Хат ташыусы булып эшләгәндә, «ЗОЖ» газетаһына һәм «Здоровье» журналына яҙыла торғайным. Район газетаһы уҡыусыларына кәңәшем шулай булыр: бер-берегеҙгә ышанығыҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Юл ҡуя белегеҙ һәм ғаиләлеге мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләгеҙ. Был бик мөһим. Нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Шул сағында минең кеүек туҡһан йәшкә һәм хатта унан да артығыраҡ йәшәрһегеҙ. Минең «Хеҙмәт ветераны», «Әсәлек даны» миҙалдарым, «Һуғыш йылы балалары» күкрәк билдәһе, шулай уҡ бик күп Маҡтау грамоталарым бар. Әммә ғүмеремдең төп бүләге тип биш баламды, 10 ейәнемде һәм 13 бүләләремде һанайым.

Без Сәфәровтарға килгән көндә ҙур, иркен йорт хужаһы Филyс Минефаяз улы икенсе көнгә Төньҡҡа вахтаға китeргә йыйына ине. Шуға күрә беҙ бер-ике һүҙ менән генә хәбәрләштек. Уның ҡарауы, ҡатыны менән иркенлдәп һөйләштек, ул, иренә юлға тәмле ҡамыр ризыҡтары әҙерләп, плита янында бешеренә ине.

— Беҙ Филүс менән 1994 йылда өйләнештек, ә был йортобоҙҙо 2012 йылда тыуған йорттоң ишек алдына һалдыҡ, — тип уртаҡлаша юбилярҙың килене Зөлфирә Рәйес ҡыҙы. — Шулай итеп, беҙҙең өс ҡыҙыбыҙ Лиана, Фирүзә һәм Ынйы иҫке йортта тыуҙы. Оло ҡыҙыбыҙ Хәрби база идараһы штабында, уртансысыһы Өфө ҡалаһының ҙур ойошмаһында персонал һайлап алыу буйынса кадрҙар бүлегендә эшләй, ә кесеһе әлегә Айыт урта мәктәбенең 11-се класында уҡый hәм параллель рәүештә юридик колледжында ситтән тороп уҡый. Уларҙы, әлбиттә, бала саҡтарында күбеһенсә әсәйебеҙ ҡараны. Уларҙың барыһының да эштәрендә hәм уҡыуҙарында уңышлы, ныҡлы характерлы булыуы күп осраҡта туҡһан йәшлек нәнәйҙәренең өлөшө. Уның иҫке йорттан кyсенәһе килмәй. Уны тәртиптә hәм таҙалыҡта тота, yҙ-үҙенә ризыҡ әҙерләй. Район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, телевизор ҡарай. Хоҙай hәр кемгә туҡһан йәшендә шулай һаҡланып ҡалырға яҙһын ине!

Владимир СМОЛОВ.

 Автор фотоһы

Тормош матурлығына һөйөнөп йәшәй
Тормош матурлығына һөйөнөп йәшәй
Автор:
Читайте нас