Дим буйҙары
-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март , 09:37

“Таныштан” хәбәр килһә, һылтанманы асмағыҙ!

Телефондан шылтыратып аҡса урлаусылар был енәйәт эшенең яңы ысулын уйлап тапҡан.

“Таныштан” хәбәр килһә, һылтанманы асмағыҙ!
“Таныштан” хәбәр килһә, һылтанманы асмағыҙ!

Бәләбәй районындағы бер ҡатындың телефонына танышынан хәбәр килгән – “Сәләм, таныйһыңмы уны? Бөгөн үлеп ҡалған” тип яҙылған. Был “үлгән кеше”нең фотоһы юҡ, фәҡәт ошо хәбәр янында һылтанма ғына бар. Әлеге ҡатын, ҡыҙыҡһынып, һылтанманы асҡан һәм, шулай итеп, бурҙарға үҙенең мобиль телефонына инеү мөмкинлеген биргән. Һуңынан, телефондағы банк ҡушымтаһын асып ҡарағас, ул ете мең һум аҡсаһының юҡҡа сығыуын күргән.

Салауат ҡалаһынан бер ир ҙә шундай тоҙаҡҡа эләккән. Танышының телефонынан “Ҡайғыларын уртаҡлашам” тигән хәбәр һәм уның эргәһендә һылтанма ҡуйылған икән. Ул да ошо һылтанма буйынса күскән һәм 17 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Баҡһаң, уғрылар был танышының телефонын “ватҡан” һәм ундағы бөтә телефон номерҙарына ошо хәбәрҙе ебәргән икән.

Был ваҡиғалар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Фото: социаль селтәрҙән.

“Таныштан” хәбәр килһә, һылтанманы асмағыҙ!
“Таныштан” хәбәр килһә, һылтанманы асмағыҙ!
Автор:
Читайте нас