Баллы торт.
Ингредиенттары:
2 дана йомортҡа, 4-5 аш ҡалағы бал, 1 стакан шәкәр, 3-4 стакан он, 150 грамм аҡ май, 1 бал ҡалағы сода,
Крем өсөн:
2 дана йомортҡа, 500 мл. һөт, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы он, 100 грамм аҡ май, ваниль.
Әҙерләү процесы:
Ҡалын төплө тимер һауытҡа аҡ май, шәкәр һәм бал һалып утҡа йылытырға ултыртырға, 10 минут самаһы болғатҡандан һуң, сода өҫтәргә. Һуңынан уттан алып бер аҙ һыуытып, берәм-берәм йомортҡа һалып, яҡшы итеп туҡырға кәрәк, артабан он ҡушып ҡамыр баҫып ҡамырҙы 15 минутҡа һыуытҡысҡа һалабыҙ. Ваҡыт үткәс, ҡамырҙы 8 тигеҙ өлөшкә бүлеп йоҡа итеп йәйеп, сәнске менән сәнсеп, алдан 180 градуҡа тиклем ҡыҙған мейестә һәр бер коржды айырым 10 минут самаһы бешереп алабыҙ. Корждар бешереп сыҡҡас та, уны үҙебеҙгә кәрәкле диаметрҙа ҡырҡып алабыҙ, сөнки, һыуынғас, улар ҡата һәм ҡырҡҡан ваҡытта ватыла. Корж ҡалдыҡтарын ташламайбыҙ - улар артабан торттың ситтәрен һәм өҫкө өлөшөн биҙәү өсөн кәрәк буласаҡ.
Крем әҙерләү:
Бәләкәй ҡаҙанда (табала) он, шәкәр, ваниль, йомортҡаларҙы яҡшы итеп болғатабыҙ, артабан әҙләп һөт өҫтәйбеҙ һәм массаны бер төрлө хәлгә еткәнсе яҡшы болғатып талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Массаны төйөрсөктәр барлыҡҡа килмәһен һәм ҡаҙан төбөнә йәбешмәһен өсөн өҙлөкһөҙ болғатып торабыҙ. Крем ҡуйырып ҡайнай башлағас, уттан алып, эҫе массаға йомшаҡ аҡ май өҫтәйбеҙ, май тулыһынса эрегәнсе болғатабыҙ. Кремды аҙыҡ пленкаһы менән ҡаплап бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ.
Һыуынған баллы корждарҙы ҡайнатылған крем менән һәр бер ҡатламын, ситтәрен һәм өҫкө өлөшөн майлайбыҙ. Блендерҙа ваҡланған корж ҡалдыҡтары менән торттың ситтәренә һәм өҫтөнә һибәбеҙ. Үҙегеҙ теләгәнсә өҫтөн әстерхан сәтләүеге йәки башҡа емеш-еләк менән биҙәп тә ҡуйырға мөмкин. Торттың кремы яҡшылап һеңһен өсөн бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
“Ҡырмыҫҡа иләүе” торты
Уны бешереү өсөн:
1 ҡап маргарин (аҡ май), 3 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ярты бал ҡалаҡ сода, он.
1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 ҡап аҡ май (180 гр).
Өй температураһындағы маргаринды ҡырғыс аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр, сода, он һалып ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлеп, шыптырға төрөп 30 минутҡа һыуытҡысҡа (морозильникҡа) һалырға. Артабан бер өлөшөн сығарып ҡырғыс аша ҡырып, йоҡа итеп йәйеп листҡа һалырға һәм 180 градусҡа тиклем алдан йылытылған мейескә 15-20 минутҡа ҡуйырға. Әҙер булғас һауытҡа бушатып, ҡалған ике өлөшөн дә шулай уҡ бешереп алырға кәрәк. Һыуынғас, ҙурыраҡ һауытҡа һалып ҡул менән ваҡларға, һуңынан ҡуйыртылған һөт, 1 ҡап аҡ май ҡушып яҡшы итеп болғарға. Әҙер массаны тәрилкәгә "Ҡырмыҫҡа иләүе"нә оҡшатып форма биреп бер аҙға һыуытҡысҡа ултыртырға. Өҫтөнә кондитер посыпкаһы һибеп, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә лә була.