Дим буйҙары
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Март , 16:07

Бауырҙы таҙартыу - ҡанды таҙартыу

Иң мөһим ағзаларҙың береһе бауыр яҡшы эшләһен өсөн таҙа булырға тейеш. Әгәр май тупланһа, ул үҙ функцияһын етерлек дәрәжәлә башҡара алмай. Ниндәй ысулдар ярҙамында таҙартып була был ағзаны?    

Бауырҙы таҙартыу - ҡанды таҙартыу
Бауырҙы таҙартыу - ҡанды таҙартыу
Бер стакан йылы һыуға ярты лимон һутын һығып эсеү бик файҙалы. Лимон һуты токсиндарҙы сығарыуға этәргес бирһә, таҙа һыу шлактарҙы ҡыуҙыра.
                                                                                                 
- 150 г йөҙөмдө яҡшылап йыуығыҙ. Уның өҫтөнә ике стакан һыу ҡойоп, 20 минут талғын утта ҡайнатығыҙ. Ул төнө буйы төнәргә тейеш. Шуға кискеһен эшләгеҙ. Иртәнсәк һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ. Йөҙөмдәрен бутҡаға һалып, йәки үҙен генә ашағыҙ. Файҙаға ғына булыр. 

Төнәтмәне эсә башлағандан һуң бер нисә көндән үк көсөгөҙ артып, хәл инеүен тойорһоғоҙ. Ә 4 айҙан бауыр тулыһынса таҙарыр. Бауырҙы таҙартҡан мәлдә йәшелсәгә өҫтөнлөк бирегеҙ.

- ромашка сәйен йоҡлар алдынан эсергә кәрәк. Йоҡоғоҙ ҙа яҡшырыр, йыуан эсәк таҙарыр, бауыр функцияһы яҡшырыр. 

Имбирь һәм лион ҡушылған һыу. Имбирҙең бер киҫәген, лимондың яртыһыналығыҙ. Һыу ҡайнатығыҙ, әлеге ике ингредиентты ҡушығыҙ ҙа биш минут тағы ҡайнатығыҙ. Һыуынғас эсегеҙ. Ике аҙна дауамында һәр кис бер каса әлеге һыуҙы эсегеҙ. 

- һоло менән дауаланыу. Һоло өҫтөнә һыу ҡоҡоп, ете сәғәткә ебетергә ҡуйырға. Артабан һөҙөп алып, блендерҙа әлеге һолоға бер аш ҡалағы дәрсен (корица) һәм бер стакан һыу ҡушып болғатығыҙ. Эсемлек йылы булырға тейеш. Көн һайын кис эсегеҙ. Ул һеҙҙең аҙыҡ эшкәртеү системаһын яҡшыртыр. Уны ике аҙна барышында эсергә тәҡдим итәләр, әгәр кире тәьҫире булмаһа, дауаланыуҙары дауам итергә мөмкин. 

Һарымһаҡ һәм һуған ашау бик уңайлы булмаһа ла, уларҙы йыш ҡулланыу - сәләмәтлеккә табан ҙур аҙым. Был ике йәшелсәлә организмда тупланған майҙарҙы тарҡатыусы, шулай уҡ төрлө бәшмәк-бактерияларҙы сығарырға булышлыҡ итеүсе тәбиғи матдәләр бар.

Шайтан таяғы орлоҡтарынан сәй әҙерләп эсеү нимә бирә? Ундағы силимарин тигән матдә бауырҙы ағыуҙарҙан һаҡлап ҡына ҡалмай, ә токсиндарҙы ҡыуыу эшен дә башҡара.

С витаминына бай йәшелсә-емеш (брокколи, татлы борос, спаржа, кәбеҫтә, төҫлө кәбеҫтә, йәшел борсаҡ, помидор, шпинат, сельдерей, петрушка, бөтнөк, лимон, грейпфрут, әфлисун, ер еләге, ҡурай еләге һ.б.) ашау бауырҙың эшмәкәрлегенә тик ыңғай йоғонто яһай.

Бауыр сәләмәт булһын өсөн өлгөргән мәлендә (киптереп һаҡланғанын тәмләткес итеп) бәпембә япрағын төрлөсә ҡулланып ашарға була (салат, сәй итеп, һутын алып, ашҡа ҡушып һ.б.).

Һинд ризыҡтарында төп тәмләткес булып торған куркуманың һаулыҡ өсөн файҙалы булыуы күптән иҫбатланған. Ул организмдағы елһенеү процесын аҡрынайта һәм бауырҙы төрлө радикалдарҙан һаҡлай.

Бауырҙы таҙартыу - ҡанды таҙартыу
Бауырҙы таҙартыу - ҡанды таҙартыу
Автор:
Читайте нас