-5 °С
Болотло
Ҡатнашыусы бәхетле билетты Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылындағы почта бүлексәһендә һатып алған.
Еңеүсе һаман отошто теркәү өсөн компанияға мөрәжәғәт итмәгән.
«Беҙ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең лотерея билеттарын иғтибар менән тикшереп сығырға, шулай уҡ яҡындарына ошо хаҡта иҫтәренә төшөрөргә саҡырабыҙ. Йыш ҡына билетты бүләккә йәки осраҡлы ғына һатып алалар, ә һуңынан һалып ҡуялар. Тап ошондай ҙур отоштар хужаһын оҙаҡ ҡына көтә», — тип белдерҙеләр дәүләт лотереяһының матбуғат хеҙмәтендә.