Кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәр иңенә. Бөгөнгө һүҙебеҙ үҙ эштәрен еренә еткереп башҡарған, әбей-бабайҙарҙы ярҙамы менән генә түгел, ә йылы һүҙен дә йәлләмәгән социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында булыр.
Район үҙәгендәге “Оҙон ғүмерлелек” халыкты социаль хезмәтләндереү үҙәгенең коллективы тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Һәр ауылда ярҙамға мохтаждарҙы ҡараусылар бар. Ҡунаҡҡол ауылындағы өлкән йәштәгеләрҙе һәм яңғыҙ кешеләрҙе Сәтирә Ғиззәтуллина һәм Ләлә Ғиззәтуллина хеҙмәтләндерә. Ауыл ҙур ғына, шуға күрә икеһенә лә эш етерлек.
Тыумышы менән Сәтирә Ғибаҙулла ҡыҙы Миәкә районының Тамьян-Таймаҫ ауылынан. Өс тиҫтә йыл элек ул Ҡунаҡҡол килене булып китә, шуға күрә ауыл да, унда йәшәгән һәр кеше лә уның өсөн яҡын һәм ҡәҙерле.
- Мин мәктәптән һуң Өфөлә медучилищела уҡып, фельдшер-лаборант һөнәре алдым. Тәүге йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы балалар поликлиникаһында, артабан өс йыл Боғҙан ауылы амбулаторияһында эшләнем. Ирем Рауил Ҡасим ауылынан, уның менән өйләнешкәс, Ҡунаҡҡолда төпләндек һәм яңы йорт һалып сыҡтыҡ, - тип һөйләй хужабикә. - Үҙемдең һөнәрем буйынса Бишбүләккә йөрөп эшләргә кәрәк ине, шунлыҡтан бер аҙ ауылдағы конторала йыйыштырыусы булдым, ә 2012 йылда миңә социаль хеҙмәткәр эшен тәҡдим иттеләр.
Бер көн эсендә уға бер нисә өлкән йәштәге кеше янында булырға, йыйыштырырға, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар һатып алырға, өлкән йәштәге кеше өсөн шаҡтай ауыр булған эштәрҙе башҡарырға тура килә.
Ул ваҡытта уның ҡанаты аҫтында 6 кеше булһа, бөгөн улар — 9. Ләкин ауырһынмай ул. Иҙәндәрен дә йыуа, утҡа-һыуға килгән квитанцияларын дә йүгереп түләп килә, кәрәк икән, аҙыҡ-түлеген дә алып ҡайтып бирә, дауаханаға ла алып бара. Уның ҡарамағындағы әбей-бабайҙарҙың күбеһе 80 йәштән уҙған, ете кеше инвалид һанала. Күптәренең балалары ситтә, шуға күрә ундайҙарҙы ярҙамдан ташлап булмай. Социаль хеҙмәткәр Сәтирә Ғибаҙулла ҡыҙы үҙе лә алты йыл инде хаҡлы ялда, лкин үҙҙәренең хужалығында ла эш күп булыуға ҡарамаҫтан, һаман да эшен дауам итә.
- Тәүге йылдарҙа әбей-бабайҙар янына аҙнаһына өс тапҡыр бара инем. Ҡышҡыһын күбеһенсә ҡар көрәйем, иҙән йыуам, ҡыҫҡаһы, әбей-бабайҙарым ниндәй эш ҡуша, барыһын дә эшләргә тырышам. Өлкән йәштәгеләр араһында төрлө сирлеләр бир, ниндәй дарыуҙар эсергә, нисек туҡланырға икәнен әйтәм, быуындар ҡатмаһын өсөн тик кенә ултырмағыҙ, үҙегеҙгә массаж яһағыҙ, тип тә өйрәтәм. Мәҫәлән, оло йәштәге Флүрә Сәбәхованың күҙе күрмәй, йорт эсендәге ҡайһы бер эштәрҙе үҙе эшләй алһа ла, килеүемде дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп тора, әллә һин бар әле, тип шатланып бөтә алмай. Эш килешеүендә ҡаралмаған булһа ла, уның үтенесе буйынса мунса яғам. Һәр кемдең үҙ характеры, ҡай берҙәренең хәтере юҡ, әйберҙәрен юғалтмаһындар, беҙҙән күрмәһендәр ине, тип тә борсолабыҙ, түләүҙәр менән дә аңлашылмаусанлыҡтар булғылай. Ни тиһәң дә, беҙҙең эштә сабырлыҡ кәрәк, ололар менән уртаҡ тел таба алыу мөһим, - тип һөйләй ул.
Был өлкәлә хеҙмәттә сыныҡҡан, тоғро, кеше яҙмышына битараф булмаған, изге күңелле кешеләр генә оҙаҡҡа ҡала. Икенсе социаль хеҙмәткәр Ләлә Ғәзизуллина 1996 йылдан бирле эшләй. Тәүге осорҙа ете кешене генә хеҙмәтләндерә ул. Ләкин ул ваҡытта кәрәҙле телефон да юҡ, әлеге кеүек магазиндар ҙа аҙым һайын түгел. Бөгөн инде 14 кешене хеҙмәтләндереп, мәшәҡәттәр өҫтәлһә лә, зарланмай ул.
- Тормош иптәшем Флүр менән өйләнешкәс, Ҡунаҡҡолда беҙ төп йортта ҡалдыҡ һәм ҡәйнәм менән 27 йыл бергә йәшәнек. Күрше ҡатыны социаль хеҙмәткәр булып эшләй ине, ул декретка китте лә, уның урынына ҡалырға булдым. Ул ваҡытта ҡыҙым ете айлыҡ ҡына ине, ҡәйнәм баланы ҡарап торорға ризалашты. Ә инде элекке хеҙмәткәр ҡабат эшкә сыҡҡас, Ҡасим ауылында эшләргә тәҡдим иттеләр. Ул ваҡытта юлдар ҙа бик алама ине, яҙын-көҙөн батҡаҡ, ҡышын ҡар йырып йөрөнөм. Күбеһенең өйөнә газ, һыу ҙа кермәгәйне, урамдан һыу ташып, утынын керетеп китә инем. Ярҙамға мохтаж әбей-бабайҙар мине үҙ балаһылай көтөп ала ине. Шулай ун өс йыл буйы күрше ауылға йөрөп эшләнем, әкренләп бында ла ҡарттарҙы ҡарарға ала башланым.
Оҙаҡ йылдар эшләгәс, оло йәштәгеләр яҡын кешеңә әйләнеп китә, телефондан тиҙ генә хәлдәрен белешеп алам, район үҙәгенә барһаҡ, заказ биргән әйберҙәрен, дарыухананан дарыуҙар алып ҡайтам. Ял көнөндә мөрәжәт итһәләр ҙә, үтенестәрен кире ҡаҡмаҫҡа тырышам, - тип көндәлек мәшәҡәттәре тураһында һөйләй Ләлә Әүхәт ҡыҙы.
Ошондай арыу белмәҫ, мәрхәмәтле социаль хеҙмeткәрҙәр булғанда, өлкән йәштәгеләрҙең ҡартлығы хәстәрлекле, күңелдәре тыныс. Аҙнаның ике көнөндә уларға ярҙамға киләләр.
- Йәйгеһен эш күберәк, баҡсаға йәшелсә ултыртыу, буяу, һыу һибеү кеүек эштәр өҫтәлә. Яңғыҙ йәшәүселәргә бигерәк тә аралашыу етмәй, кемдер үҙенең проблемалары менән уртаҡлаша, аһ-зарын һөйләй. Беҙгә йыш ҡына психолог та, бухгалтер ҙа, табип та булырға тура килә. Уларҙың һәр ҡайһыһын тыңларға, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, ҡайһы берҙәренән үрнәк алам, икенселәре аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлаша, ни тиһәң дә, уларҙың тормош тәжрибәһе ҙурыраҡ. Сәләмәтлегем булғанда уларҙы артабан да ҡарармын, тип уйлайым, - ти Ләлә ханым.
Ауыл ҡатын-ҡыҙының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәре, мәшәҡәттәре араһында үҙҙәренең яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт табырға тырыша улар. Матурлыҡ яратыусы Сәтирә менән Ләлә тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр үҫтерә, ҡул эштәре менән дә мауыға: береһе сағыу ептәрҙән төрлө әйберҙәр бәйләй, заманса материалдан кашполар, кәрзиндәр үрһә, икенсеһе алмаз мозаикаһы менән һоҡланғыс картиналар яһай, сигеү сигә. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн икеһе лә Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт hәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Улар ауыл ирекмәндәренә ҡушылып, МХО-лағыларға ярҙам итергә лә өлгөрә.
Балалары, тормош иптәштәре өсөн өҙөлөп тороусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы өлкән йәштәгеләр ҙә үҙ ҡыҙҙарылай яҡын күрә. Бындай ихтирамды, әлбиттә, ихласлығы, уңғанлығы, изге күңелле булыуҙары менән яулаған улар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.