Райондың барлыҡ ауыл хужалығы предприятиелары механизаторҙары йыл һайын махсус эшләнгән программа буйынса агротехник уҡыу курстарында белемдәрен тулыландырырға тейештәр. Сөнки яҙғы баҫыу эштәрен башҡарғанда, уларға алған белемдәре кәрәк буласаҡ. Ә 2026 йылғы сәсеү кампанияһына инде күп калманы. Механизаторҙар коллективлары менән төрлө милек формаһындағы район хужалыҡтары буйынса агротехник уҡыуҙар февраль айында уҡ башланды. Был мөһим эштең ҡайһы бер ыңғай һөҙөмтәләре билдәле инде. Алған теләһә ниндәй белем — ул көс! Әлеге сара ойошторолған хужалыҡтар бик яҡшы үрһәткестәр менән айырылып торалар. Дим зонаһы хужалыҡтары — Азат Минәхмәтов, Рәфил Арыҫланов hәм Григорий Зиновьев хужалыҡтары, шулай уҡ көньяҡ зона хужалыҡтары — «Марс», «Дим», Анатолий Трофимов, Сергей Антонов hәм Гүзәл Зeкиева хужалыҡтары айырылып тора. Һәр ерҙә башта ауыл хужалығы культураларының агротехникаһы hәм техно-логиялары, үҙ йөрөшлө ауыл хужалығы техникаһын hәм тағылма ҡоролмаларҙы көйлөү ысулдары ҡаралды. Шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау, хәрәкәт хәүефһеҙлеге hәм юл хәрәкәтеҡағиҙәләре мәсьәләләренә лә баҫым яһалды. 2023 йылдан м е х а н и з а т о р ҙ а р ҙы аттестациялау программаһына производствола зыян кеүреүселәрҙе табтипҡа ҡәҙәр ярҙам күрһәтеү буйынса уҡыуҙар индерелде. Аттестация билеттары буйынса белемдәрҙе тикшергәндән һуң — унда хужалыҡтарҙың барлыҡ механизаторҙары янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек буйынса инструктаж алдылар. Был аттестацияны яҡшы ойоштору дәрәжәһендә район ауыл хужалығы идараһының махсус төҙөлгән комиссияһы ауыл хужалығы предприятиеларының етәкселәре һәм баш белгестәре менән тыҡыҙ хеҙмәттәшлектә үткәрҙе.
Йомғаҡлау өлөшөндә билдәләп үтелгәнсә, мәжбүри hәм йыллыҡ агротехник уҡыу осоронда алган белемдәр механиктарға сәсеү эштәре ваҡытында ғына түгел ҡарау hәм яңы уйып-йыйыу эштәре барышын да ла кәрәк буласаҡ Агротехник уҡыуҙар әле тамамланмаған. Ул райондың ауыл хужалығы предприятиелары буйынса март айында тағы үткәреләсәк.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы