2006 йылда Башҡорт дәүәлт университетының давалау факультетын уңышлы тамамлағандан һуң, дипломлы йәш белгес Гөлназ Марс ҡыҙы үҙе Миәкә районының Туҡһанбай ауылынан булһа ла, Өфөнөң 33-сө поликлиникаһында интернатура уҙғас, республика башкалаһында тыныс ҡына йәшәп эшләй аыр ине
. — Медуниверситетта уҡығансы, мин Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Тап бына шунда мин якташтарыма врач вазифаһында файҙалы булырмын, тип уйланым. Гимназиянан һуң башҡала тормошона бала саҡтан уҡ өйрәнгәйнем, тип әйтергә була. Һәм мин үҙемде ҡала мөхитендә уңайлы хис иттем, — ти Гөлназ Миhранова, йылмайып. — Бында шундуҡ асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк, киләсәктә һөнәр һайлауҙа төп hәм билдәләүсе фактор булып минең ағайым Риза Шәйехйән улы Мағазовтың — Башҡортостан Фәндәр Академияһы һәм РФ академигы, үҙ ваҡытында Республика клиник дауаханаһында баш табип булып эшләгән профессорҙың абруйы тора. Ул ваҡытта башҡаланың күп кенә медицина учреждениеларында юғары класлы табиптар, хәтта атайым яғынан да, әсәйем яынан да медицина профессорҙары эшләгән. Шулай булғас, беҙҙең ҙур нәҫелдә, мин тыуғансы уҡ, республикала танылған врачтар ҙа, профессорҙар ҙа, медицина университеты декандары ла күп ине. Шулай ҙа балаларҙың буласаҡ hөнәрен һайлауҙа ата-әсәләрҙең роле ҙур. Шулай ҡуйылған маҡсатыма ирешеүҙә мине ата-әсәйем һәр саҡ хупланылар. Мин уларға бының өсөн бик рәхмәтле. Һәм, күрәһең, миңә табиптар династияһын дауам итергә яҙғандыр. Өҫтәүенә, минең бер туған һеңлем дә медицина хеҙмәткәре булды. Мин быларҙың барыһы менән ғорурланам!
Бөгөн юғары категориялы врач Миhранованы райондың күп кенә пациенттары яҡшы белә. Ул район үҙәк дауаханаһында оҙаҡ ваҡыт намыҫлы, грамоталы эшләгәне, шулай уҡ үҙ вазифаларын яҡшы башҡарғаны өсөн халыҡ араһында ихтирам яулаған. Гөлназ Марс ҡыҙы бөгөн 4,5 мең кешелек ауылдарға хеҙмәт күрһәтә, аҙнаһына ике тапҡыр Айыт hәм Михайловка врач участоктарына барып, пациенттарҙы ҡабул итә, шулай уҡ көндөҙгө стационарҙа ауырыуҙарҙы дауалай.
— Район халҡын, шулай уҡ, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында врач-белгестәр менән барғанда ла ҡабул итәм. Һуңғы ваҡытта район тораҡ пункттарында заманса медицина йыһаздары булған модулле ФАПтар барлыҡҡа килә башлауы мине һөйөндөрә. Район администрацияһы hәм район дауаханаһы етәкселеге тырышлығы менән үҙәк район дауаханаһының барлык бүлектәрендә лә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыла. Һәм системалы рәүештә заманса медицина йыһаздары, аппаратура hәм кәрәкле медицина препараттары һатып алына. Ауылдарға бармаған көндәрҙә пациенттарҙы Бишбүләк үҙәк дауаханаһында ҡабул итәм, — тип уртаҡлаша ҡыҫҡа интервью аҙағында юғары категориялы врач. — Эштән буш ваҡытта, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар кеүек һәм өс балалы әсәй булараҡ, мин дә өйҙә бешеренәм. Бынан бер ҡайҙа китә алмайһың. Миңә бигерәк тә ҡамыр ризыҡтары бешереү, шулай уҡ тоҙлау-ҡайнатмалар яһау оҡшай. Тағын бер яратҡан мауығыуым бар — сәскә композициялары яһау. Кешеләргә был бик оҡшай, хатта һатып алыусылар ҙа була.
Юғары категориялы врач — участок терапевты Гөлназ Миhранова күп йылллыҡ намыҫлы хеҙмәте район дауаханаһы етәкселеге, шулай уҡ район администрацияһы тарафынан бик күп бүләкләргә лайыҡ булған. 2023 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.