Өфөгә республика һәм район гәзит-журналдарында эшләүселәр йыйылды. Осрашыуҙа төрлө һорауҙар ҡаралды. Яңылыҡтарҙы киң ҡатлам уҡыусыларына еткереүселәрҙең белемдәрен һәр саҡ камиллаштырып торорға кәрәклеген Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов та билдәләп үтте. Заманаға ярашлы, яһалма зиһен менән дә дуҫ булырға кәрәк.
Тап яһалма зиһенде һәм нейроселтәрҙәрҙе эштә нисек дөрөҫ ҡулланыу хаҡында “Е7Е-медиа” студияһы етәксеһе Батыр Ғәлимов һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы Азамат Ғәлләмов һөйләне.
Әлбиттә, уҡыусы өсөн иң беренсе урында гәзит-журналдарҙың эстәлеге тора. Әммә тышлыҡ та мөһим. Баҫмаларҙың берҙәм стиле булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта дизайн үҙенә ылыҡтырып торһон. Мәҡәләләрҙең атамаһы ҙурлығы, фотолар урынлаштырылыуы, хатта материалдың нисә “бағана”ға бүленеүе лә ҙур роль уйнай. Журналистар өсөн дизайнер Роман Осокиндың сығышы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.
Хәбәрселәр гәзит-журналдарҙың сайты, интернет селтәрендәге төркөмөн дә алып бара. Ә быны нисек дөрөҫ эшләргә? Халыҡ нимәне яратып уҡый? Нәшриәт йортоноң мәғлүмәт-техник бүлеге етәксеһе Азамат Абдрафиҡовтың, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әғлиуллинаның, “Аҡбуҙат” журналы хәбәрсеһе Рита Стеничкинаның сығыштары тап ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
“Йәшлек”, “Кызыл тан”, “Омет”, “Туган як” гәзиттәре, “Тулпар” журналы вәкилдәре лә эш серҙәре менән бүлеште. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, республикала баҫмалар 6 телдә сығып килә һәм һәр береһе үҙ уҡыусыһын тапҡан. Семинарҙа алынған белем журналистарға артабан да һөҙөмтәле ижад итергә ярҙам итер. Әйткәндәй, сарала бер нисә коллегабыҙ Журналистар союзы танытмаһын да алып ҡыуанды.
Юлай Кәримов фотолары.