Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
19 Март , 05:33

Бер ҡатлы бала ағай кешегә ышанған...

Балаларығыҙ менән был хаҡта һөйләшергә онотмағыҙ!

Бер ҡатлы бала ағай кешегә ышанған...Бер ҡатлы бала ағай кешегә ышанған...
Бер ҡатлы бала ағай кешегә ышанған...

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Нефтекама буйынса бүлегенең дежур часына 40 йәшлек ҡатын мөрәжғәт иткән, уның картаһынан 97 мең һумдан артыҡ аҡсаһын урлағандар. Урындағы полиция мәғлүмәте буйынса, мөрәжәғәт итеүсенең бәләкәй ҡыҙына мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ кеше яҙған, ул интернет-уйында бонус тәҡдим иткән. Бер ҡатлы бала ышанған һәм билдәһеҙ кешенең күрһәтмәләрен үтәй башлаған.

Башта уны әсәһенең телефонын алырға һәм бер нисә операция башҡарырға күндерәләр. Ҡыҙ паролде йыйып, барлыҡ банк ҡушымталарын аса. Сит кеше үҙен артыҡ бәйләнсек тота башлағас, бала ҡурҡып, тиҙ генә телефонды һүндерә һәм ҡабат урынына ҡуя.

Иртән ата-әниһе карталарҙың береһенән законһыҙ рәүештә аҡса алыуҙарын асыҡлай. Әсә кеше полицияның дежур бүлегенә мөрәжәғәт итә. Ул ваҡытта ҡатын был хәлдәргә ҡыҙының ҡатнашлығы барлығын белмәй. Ҡыҙы һуңынан ғына һөйләп бирә.

Полиция асыҡлауынса, мошенниктар онлайн банктарға кереү мөмкинлеген алғас, 270 мең һумлыҡ кредит картаһы рәсмиләштергән һәм унан 60 мең һумдан артыҡ аҡсаны урлап өлгөргән, ә икенсе банк счетынан 36 мең һумдан артыҡ аҡса алғандар. Әгәр банктар зыян күреүсенең счеттарын ваҡытында япмаған булһа, зыян күләме күпкә ҙурыраҡ булыр ине.

Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре булган хәлдең барлыҡ шарттарын асыҡлай.

Ата-әсәләр, Интернет-уйындарҙа балаларҙы алдау юлы менән ата-әсәләренең аҡсаларын урлау, кредиттар рәсмиләштереү осраҡтары тураһында көн һайын ишетелеп тора. Балаларығыҙ уйында бонус вәғәҙә  итеүселәргә ышанмаһын, телефон аша бер ниндәй паролдәр, мәғлүмәт бирмәһендәр. Киҫәтеп ҡуйығыҙ, аңлатығыҙ!

alluki.ru

Бер ҡатлы бала ағай кешегә ышанған...
Бер ҡатлы бала ағай кешегә ышанған...
Автор:
Читайте нас