Һәр замандың үҙ йырсыһы була. Башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың) үҙ дәүеренең йырсыһы, йылъяҙмасыһы, күренекле шәхесе була. Республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, Ғәли Соҡоройҙың юбилейы уңайынан төрлө саралар үтә.
Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусылар мәғрифәтсенең тормош, ижад юлы менән танышты, видео яҙма ҡаранылар һәм үҙҙәре лә Ғәли Соҡоройҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләп күрһәтте. Был сарала ҡатнашырға 19 уҡыусы (4 - 10 класс) теләк белдергән, улар мәғрифәтсенең яттан һөйләне. Электән үк сәхнәлә оҫта итеп шиғыр һөйләгән балалар был юлы ла һынатманы, күптәренең сығышы жюри тарафынан баһаланды. Ҡаныҡай мәктәбенән Халиҡов Линар, Батраев Байназар, Айыт урта мәктәбенән Хәкимова Гүзәл, Сәфәрғәлиева Радмила, Хафизова Ранелия, Халикова Лияна, Солтанова Азалия, Уҫаҡ-Кисеү мәктәбенән Габдуллина Азалия, Дим урта мәктәбенән Абайҙуллина Лидияна һәм Батраев Артур, Йылбулаҡтамаҡ мәктәбенән Ғәйзуллина Динара һ.б. урын алған уҡыусылар Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының һәм район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәре һәм яҡташыбыҙ Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов тырыш уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Был сара уҡыусылар өсөн тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булды. Улар башҡорт халҡының яҡты киләсәге өсөн янып-көйгән мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой тураһында белгәндәрен байытты, телебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге аманат булыуын, уны һаҡларға кәрәклеген тағы ла тәрәнерәк аңланы.