Театрлаштырылған тамаша менән башланып киткән байрамда мең ырыуының ҡор башы, башҡорт халҡының аҫыл улы Ҡәнзәфәр бейҙең мөрәжәғәте һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Артабан Башҡорт ырыуҙарының етәксеһе Вилмир Хәйбрахман улы Аҙнаевтың һүҙ алды:
- Беҙҙә 45 ҡор (ырыуҙар ойошмаһы) иҫәпләнә, шулар араһынан “Мең ырыуы” һаны буйынса ла, территорияһы буйынса ла иң ҙурҙарынан һанала һәм был ырыу башҡарған эштәре буйынса башҡаларға үрнәк булып тора, - тине ул. - Беҙ үҙ ырыуыбыҙҙың тарихын, шәхестәрен белергә тейешбеҙ. Шул йәһәттән республиканың Миллимузейында ырыуҙарға арналған зал булдырырға ниәтләйбеҙ. Белеүегеҙсә, Торатау тауы янында «Ырыуҙар ташы»на нигеҙ һалынғайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән һөйләшеү булды, киләһе йылда башҡорт ырыуҙары ойошторолоуға 470 йыл буласаҡ, шуға күрә был эште тамамларға ниәтләйбеҙ.
“Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов 2023-2026 йылдарҙа башҡарған эштәр тураһында отчет менән сығыш яһаны. Ул бөгөнгө көндә һәр кемде борсоуға һалған туған тел мәсьәләһенә туҡталды һәм район мәктәптәрендә балаларҙың башҡорт телен ни кимәлдә өйрәнеүҙәрен әйтеп үтте. Халҡыбыҙҙы борсоған экология, юлдар торошо кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ун ике пункттан торған проект ҡаралды, был, әлбиттә, финанс сығымдар талап итә, тип белдерҙе ул.
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәрирре, билдәле журналист, халыҡ шағире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина туған тел мәсьәләһенә бәйле сығыш яһаны. Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан туған телгә өйрәтеү мөһим тине ул. Ул һәр кемде “Аҡбуҙат” журналы ойошторған конкурстарҙа ҡатнашырға һәм балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәренә туған телде өйрәтергә өндәне.
Яҡташыбыҙ, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов иһә Бишбүләк районында мәктәп уҡыусылары менән төрлө саралар үткәрелеүе тураһында бәйән итте.
- Бишбүләк ауылының 1-cе мәктәбендә башҡорт яҙыусыларының юбилейҙары айҡанлы шиғриәт кисәләре үтә. Һуңғы йылдарҙа ғына күренекле шәхестәр – Мифтахетдин Аҡмулла, Кәрим Хәкимов, Шәйехзада Бабич, Ғәли Соҡорой һ.б. ижадына арналған конкурстар ойошторолдо. Бынан тыш, йыл һайын тик “яҡшы” билдәләренә генә өлгәшкән, туған телен ныҡышмалылыҡ менән өйрәнгән уҡыусыларға (7 балаға) Мең ырыуы премияһы тапшырылып килә. Бындай саралар уҡыусыларға оҡшай, улар унда ҙур теләк менән ҡатнаша, - тине Альфред Әхтәм улы.
Мең ырыуы тарихын һәм мәҙәниәтен барлап, ғалимдар, шулай уҡ ырыу вәкилдәре сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ, медицина фәндәре докторы, профессор Марс Тимербулат улы Юлдашев иһә ырыуҙаштарын ҡоролтай эшендә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
Бик фәһемле һәм һөҙөмтәле, эшлекле үткән йыйынға йомғаҡ яһап, «Мең ырыуы» йәмәғәт ойошмаһы советын һайланылар һәм резолюция ҡабул ителде, байтаҡ тәҡдимдәр индерелде. “Мең ырыуҙары” төбәк –ара йәмәғәт ойошмаһының яңы рәйесе билдәләнде. Был яуаплы вазифа Альфред Шәймәрҙәновҡа йөкмәтелде.
Йыйындың һуңында төрлө райондарҙан килгән фольклор коллективтары үҙҙәренең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, илһөйәрлек рухлы шиғырҙары менән һөйөндөрҙө.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотолары.