Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
24 Март , 05:02

Мәктәп музейына сәйәхәт

"Фронт хаттары - һуғыш тураһында хәтер" Бишбүләк ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе музейының яңы экспозицияһы шулай атала.

Мәктәп музейына сәйәхәтМәктәп музейына сәйәхәт
Мәктәп музейына сәйәхәт

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулыуға арналған экускурсияны мәктәп музейы етәксеһе Елена Ивановна Андреева үткәрҙе. Тематик экспозиция менән 3-сө һәм 8-се класс уҡыусылары яҡындан танышты. Фронттан килгән хаттар үткән һуғыш тарихы буйынса ҡиммәтле сығанаҡтар булып тора. Уҡыусылар Киҫтәнле-Боғҙан ауылында тыуып-үҫкән 28 йәшлек тарих уҡытыусыһы Г. Н.Ермолаевтың фронттан яҙған хаттары һәм шулай уҡ Волхов фронтының билдәле Синявин операцияһы барышы, был алышта яҡташтарыбыҙҙың батырҙарса һәләк булыуы тураһында белде. 

Экспозицияға ҡуйылған көнкүреш әйберҙәре һәм Мгин районында "9 рота" эҙәрмәндәр төркөмө тарафынан табылған һәм музейға бүләк ителгән Ленинградты һаҡлаусыларҙың хәрби ҡорал ҡалдыҡтары уҡыусыларҙың белемен арттырҙы.

https://vk.com/bssh2

 

Мәктәп музейына сәйәхәт
Мәктәп музейына сәйәхәт
Мәктәп музейына сәйәхәт
Автор:
Читайте нас