Баҙлыҡ ауыл Советының Пурлыга ауылындағы 14 йортта бөгөн утыҙҙан артыҡ кеше йәшәй. Дүртеһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Беҙ уларҙың береһе — «Сыуаш» позывнойлы инженер-сапер ғәскәрҙәренең рядовойы менән осрашып һөйләштек.
— Мин күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, беҙ өс ағайым һәм Баҙлыҡ урта мәктәбенең 10-cы класында уҡыусы һеңлем Софья, — тип һөйләй ул. — Баҙлыҡ урта мәктәбен тамамлағас, Бәләбeй ҡалаһының 4-сы һөнәри лицейында газ-электр менән ретеп йәбештереүсегә уҡыным. Эшкә урынлаштым. 2010 йылда мине Бишбүләк РВК-һынан армияға алдылар. Хәрби частә, бер йыллыҡ хеҙмәттән һуң ике йылға Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Шулай итеп, дөйөм алғанда өс йыл хеҙмәт иттем. 2022 йылдың 28 сентябрендә иғлан ителгән мобилизация буйынса яңынан ғәҙәти һәм таныш армия шарттарында, әммә хәрби хәрәкәттәр зонаһында МХОла — инженер-сапер ғәскәрҙәрендә. Тиҙҙән миңә ағайым Максим да эйәрҙе. Ул бөгөн, минең шикелле үк, МХОла. Оҙаҡламай, 25 мартта әсәйем Елена Васильевна янына сираттағы ялға ҡайтырға йыйына.
Яугирҙең кесе туғаны Алексей ҙа колледжды тамамлағандан һуң бер йыллыҡ хәрби хеҙмәткә алына. «Сыуаш» менән бер бүлексәлә сапер хеҙмәтен ике туған ил алдындағы хәрби бурысын бергә үтәй, улар икеһе лә Украина милләтселәренән Запорожьены азат итә..
— Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Ашарға үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Хеҙмәттә — беҙ барыбыҙ ҙа бер ҙур ғаилә. Бер-беребеҙ өсөн үҙ ғүмеребеҙҙе ҡорбан итергә әҙербеҙ. Халыҡта бер әйтем бар: сапер ике тапҡыр яңылыша: беренсе тапҡыр үҙ һөнәрен һайлағанда, икенсе осраҡ тураһында (һул ҡулбашы аша өс тапҡыр төкөрөп алғас) бөтөнләй әйткем килмәй, — ти хәрби хәрәкәттәр ветераны. — Командованиеның махсус бойороғо буйынса территорияларға миналар һалабыҙ, ә беҙҙең ғәскәрҙәр тарафынан яулап алынған территорияларҙы миналарҙан таҙартабыҙ. Беҙҙекеләр дошман БПЛАларын бәреп төшөргәндән һуң, миналарҙы, фугастарҙы, снарядтарҙы hәм теләһә ниндәй гранаталарҙы йыш ҡына миналарҙан таҙартырға тура килә. Беҙ нөктәгә сығып, барлыҡ ҡалдыҡтарҙы һәм шартламаған шартлатҡыс боеприпастарҙы утилләштереүгә ебәрәбеҙ.
Хәрби хзәрәкәттәр ветераны, яҡташыбыҙ Георгий Жуков hәм икенсе дәрәжә «Воинская доблесть», шулай уҡ «МХЛла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул үҙенең шәхси тормошонан йәшерен сере менән уртаҡлашты. Ул был ялында район ЗАГС бүлегендә Юғары Көрмәҙе ауылы һылыуы Юлия менән никахлашҡан. Улар Приют биҫтәһендә фатир һатып алғандар hәм тиҙҙән ғаиләләре арытуын көтәләр. Тормош дауам итә, hәм был шатландыра!
Владимир СМОЛОВ.
Фото: "Бишбүләк ЗАГС"ы сайтынан алынды.