+7 °С
Болотло
Миңленур Хөсәйенова – тыл эшсәне һәм хеҙмәт ветераны, бар ғүмерен тыуған колхозына арнаған. Ул 36 йылдан ашыу сылбырлы тракторҙа эшләгән. Миңленур Исхаҡ ҡыҙы тормош ҡыйынлыҡтарына бирешмәгән, һаман да изге күңелле, ярҙамсыл. Хәҙер улы менән килененең ҡәҙер-хөрмәтендә, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең бәхетенә ҡыуанып йәшәй.
«Уның ныҡлы характерлы булыуы һоҡландыра! Йөҙ йәште үтһә лә, йәшәү дәрте һүнмәгән, тормошто ярата. Беҙгә һәм йәштәргә бына кемгә тиңләшергә кәрәк икәнен », — тип билдәләне район башлығы.