+28 °С
Болотло


Бишбүләк районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итә: Набережный ауылы янындағы Дим йылғаһы аша күпер ябылды (30 март 15:00), муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы участкаһында бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылды.
Сикләү ташҡынға бәйле индерелде, хәрәкәтте асыу тураһында өҫтәмә мәғлүмәт булыр, тип белдерҙеләр республиканың Юл хужалығы идаралығында.