Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель , 16:06

Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.

Китап Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барғанында осрашҡан, һөйләшкән яугирҙар менән әңгәмәләре, уларҙың фронт хәтирәләре, юлъяҙмаларҙан тора.

Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.
Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.

Кисә Өфөләге "Китап" магазинында баҫма авторы менән йәнле осрашыу үткән. Унда төрлө кимәлдәге етәкселәр, билдәле кешеләр, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ғына түгел, ә китап геройҙары - МХО яугирҙарының әсәләре һәм ҡатындары ла ҡатнашҡан.

💯 "Мин был китапты һәр тарихты күңелем аша үткәреп яҙҙым. Бында яҙылғандар уйлап сығарылмаған, ә дөрөҫлөк. Был яугирҙарыбыҙ яҙмышы, уларҙың һыҙланыуҙары, көсө, һайлаған юлы. Һәр интервью, һәр һөйләм - онотолмаҫлыҡ һөйләшеүҙәр. Минең башҡаса яҙырға хаҡым юҡ ине: тик дөрөҫтө, тик ысынлап", - ти Лариса Абдуллина.

Китап журналист материалдарынан тора. Уны илдең билдәле "АСТ" һәм "Ленинград" нәшриәттәрендә 1,5 мең дана итеп баҫып сығарҙылар.

Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.
Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.
Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.
Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.
Позывной "Башкир" китабының исем туйы үтте.
Автор:
Читайте нас