Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
1 Апрель , 10:58

Башҡортостанда "Ғаилә йылы" старт алды

Башҡортостанда "Йыл ғаиләһе - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы башлана. Был турала БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан итте.

Башҡортостанда "Ғаилә йылы" старт алдыБашҡортостанда "Ғаилә йылы" старт алды
Башҡортостанда "Ғаилә йылы" старт алды

Конкурс 11-се тапҡыр ойошторола һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул ике этаптан тора: тәүҙә ғаиләләр муниципалитет кимәлендә, шунан республика буйынса ярышалар.

????Ғаиләләр түбәндәге номинацияларҙа ҡатнаша ала:

????«Күп балалы ғаилә»
????«Ауыл ғаиләһе»
???? «Алтын ғаилә»
????«Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы»
???? «Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе»
???? «Спортив ғаилә»
???? «Тәрбиәгә алған ғаилә».

«Алтын ғаилә»; «Ауыл ғаиләһе»; «Күп балалы ҡаилә»; «Ғаилә - йолаларҙы һаҡлаусы»; «Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе» номинацияларында еңеүселәр Башҡортостан намыҫын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ.

????Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында 11 меңгә яҡын ғаилә ҡатнашҡан, еңеүселәрҙе 460-ы араһынан һайлап алғандар.

Муниципаль этапта еңеүселәрҙең материалдарын 2026 йылдың 30 апреленә тиклем түбәндәге электрон адрестарға ебәрергә кәрәк:
???? mintrud@bashkortostan.ru
???? Khazipova.ER@bashkortostan.ru

Бәйләнеш өсөн: Эвелина Хазипова
☎ 8 (347) 218-07-62

"Йыл ғаиләһе" Бөтә Рәсәй конкурсы тураһында тулыраҡ: clck.ru/3SiwTP

Башҡортостанда "Ғаилә йылы" старт алды
Башҡортостанда "Ғаилә йылы" старт алды
Автор:
Читайте нас