БР буйынса Эске эшлтр министрлығында аңлатыуҙарынса, енәйәтселәр ҡорбанға тауар китереү хеҙмәте эшсеһе булып шылтыратҡан, СМСтан кодты сорап алғандар, шунан һуң һөйләшеүгә «Росфинмониторинг вәкиле» ҡушылған.
Аферист ирҙе, уның «Госуслуги»ҙағы аккаунты ватылған, ә уның исеменә автомобиль залогына кредит рәсмиләштерелгән, тип ышандырған. Улар баҫымы аҫтында зыян күреүсе машинаһын һатҡан, ә барлыҡ алынған аҡсаны — шәхси һәм тугандарынан алынған аҡсаларын — күрһәтелгән «хәвефһеҙ счеттарға» күсергән.
Ул мошенниктар «һалым счеттарын блокировканан сығарыу» өсөн тағын 1,5 млн һум талап иткәс кенә туҡтаған. Хатыны белән сөйләшкәннән соң алдануын аңлап, ир полициягә мөрәҗәгать иткән.
"Мошенниклыҡ" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.