Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
9 Апрель , 02:00

Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе

«Мораҙым шишмәләре» ирекмәндәре көн һайын МХО-лағыларға ярҙам итеү маҡсатында йыйыла

Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһеЯугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе

Беҙҙең районда аҡса һәм посылкалар йыйыу, маскировка селтәрҙәрен үреү бер көнгә лә туҡтамай. "Мораҙым шишмәләре" ирекмәндәр хәрәкәте активистары, башҡа ирекмәндәр кеүек үк, һалдаттарҙың көнкүрешен еңеләйтеү һәм яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй.

Махсус хәрби операция башланып, ир-егеттәребеҙ илде һаҡларға киткәс, тыныс тормошта йәшәүселәр ҙә уларға ярҙам күрһәтә башланы. Юҡ, был өҫтән ҡушыу буйынса ла, кемгәлер эйәреп тә башҡарылған эштәр түгел. Йөрәк ҡушыуы, күңел шулай талап иткән ғәмәлдәр.

Мораҙым ауылы клубына килеп кергәс тә, халыҡтың ни ҡәҙәр беҙәм булыуы күҙгә ташланды. Беҙ барғанда бында эш ҡайнай ине. Ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылғанда конвейер эшләй башлай тиһәң дә була. Фойела урынлаштырылған станок артында унлап кеше маскировка селтәре үрә, ә икенселәре туҡыманы таҫмаларға киҫә ине. Тамаша залынан талғын гына эшләгән теген машинаһының тауышы ишетелә. Бында шулай уҡ күргәҙмә ҡуйылған, ирекмәндәрҙең башҡарған эштәре менән яҡындан танышырға мөмкин. Улар әҙерләнгән мендәрҙәр, маскировка халаты киейгeн ҡурсаҡ, окоп шәме, мини носилка, “нашлемниктар”, сапер сумкаһы, ҡотҡарыу беләҙектәре h. б. Мөйөштә ошо көндәрҙә генә  гуманитар ярҙам булараҡ оҙатыуға әҙерләнгән тоҡ-тоҡ әйберҙәр һәм башҡалар иғтибарҙы йәлеп итә.

— Беҙ көн дә шулай эшкә килгән кеүек үҙ ваҡытыбыҙҙа аҙнаһына биш тапҡыр йылабыҙ, — тип һүҙ башланы ауылдағы «Мораҙым шишмәләре» ирекмәндәр штабы етәксеһе Зөлфиә Фарадей ҡыҙы. — Махсус хәрби операция башланғас, 1923 йылдың май айында беҙ беренсе посылканы әҙерләнек. Мин ауылдаштарға бал һорап мөрәжәғәт иткәйнем, шулай уҡ халыҡтан йыйылған аҡсаға носки, бирсәткәләр, дымлы салфетка, флис шапкалар h.б. һатып алып ебәрҙек. Районда беренселәрҙән булып сәй пакеттары тултыра башланыҡ. Йәйгеһен күмәкләп тыуған ҡырҙарыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәрҙе йыйырға сығабыҙ. Һалдаттар өсөн 15 төрлө үләндәрҙән бер тапҡыр ҡулланыла торған 22 100 пакет сәй әҙерләнек. Беҙҙең ҡыҙҙар бөтәһе менән дә ҡыҙыҡһына, барыһын ла үҙҙәре эшләп ҡарарға теләй. Әлеге ваҡытта дронға ҡаршы одеялдар тегәбеҙ, ҡоро душ комплектлайбыҙ һәм маскировка селтәрҙәрен үреүҙе дауам итәбеҙ. Ҡышҡыһын окоп шәмдәре әҙерләнек: магазин янында контейнер ҡуйҙыҡ һәм бөтә ауыл халҡы буш консерва банкаларын алып килде, шулай уҡ Приют шифаханаһынан, “Олимп” (Бәләбәй) кафеһынан да ебәрҙеләр, шулай уҡ беҙҙе “Теремок” (Бишбүләк) кафеһы лә тәьмин итте. Таҙа парафин төтөнләй, тигәс, бал ҡорто балауыҙы өҫтәй башланыҡ, ҡарағай тубырсыҡтары менән дә эшләп ҡараныҡ, әммә был һалдаттарға бик оҡшап етмәне.

Беҙ яҡташтарыбыҙ менән даими бәйләнештә торабыҙ, яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе ебәрергә тырышабыҙ. "Үҙебеҙҙеке-ситтеке" бәйләместәре, ортопедик мендәрҙәр, билбауҙар, сумкалар һ.б. Маскировка селтәрҙәренән тыш, «кикимора» маскировкалау костюмдары һ.б. бәйләйбеҙ. Бөтә пункттар кеүек үк, өй туҡмасы әҙерләйбеҙ, ҡоро һурпа өсөн йәшелсә киптерәбеҙ. Ашығыс заказдар булғанда, әлбиттә, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләйбеҙ. Йәрминкәләрҙә даими ҡатнашабыҙ, консеваланған йәшелсәләрҙе һәм ҡайнатмаларҙы "Теремок" кафеһына илтеп тапшырабыҙ, һатыуҙан алынған аҡса беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеү өсөн "Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк" иҫәбенә күсерелә.

"Мораҙым шишмәләре" ирекмәндәр хәрәкәте 2022 йылдың октябренән эшләй, был ваҡыт эсендә махсус хәрби операция зонаһына 157 маскировка селтәре ебәрелгән (тағы ла өс дана ҙур күләмлеһен эшләгәндәр). Хәҙер ирекмәндәр эш нескәлектәрен үҙләштергән, бер көндә икешәр селтәр бәйләйҙәр. Таҫмаға таҫма ялғана һәм ваҡыт үткәне һиҙҙеләй ҙә. Бындай команда эшендә ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһе менән аралашыуҙан ләззәт ала, үҙҙәрен илебеҙҙең әүҙем граждандары рәтендә тоя.

- Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар берҙәм эшләй, бер-береһенә ярҙам итергә ашҡынып тора, шуның өсөн барыһына ла рәхмәтлемен, - тип белдерә етәкселәре Зөлфиә.  

Әлеге ирекмәндәр штабына 20-ләп кеше йөрөй. Улар йорт эштәрен теүәлләп, көндөҙгө сәғәт 2-гә йыйыла. Бына улар: Зөлфиә Минhажева, Зилиә hәм Розалия Иҙрисовалар, Минзилә Хәбибуллина, Нурзиә hәм Зилә Хәйернасовалар, Татьяна hәм Зиләрә Әйүповалар, Зөлфиә Мусина, Ромия Минеғәлиева, Гүзәл Кучкарева, Рилә Минебаева, Вәсилә hәм Зәлифә Батталовалар, Таңһылыу Минебаева, Йәмилә hәм Рәйлә Иҙрисовалар, Наталья Федулова. Бында барыһы ла пенсия йәшендә, шулар араһында өлкән йәштәгеләрҙе лә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, Валентина Фроловаға - 74, Гөлйыһан Исламоваға - 71, Розалия Иҙрисоваға 68 йәш тулған. “Бер көндә килмәйенсә ҡалмайбыҙ, бындай ваҡытта беҙгә өйҙә ятыуы оят”, тиҙәр улар.

- Бында халыҡ күп булыуына шатмын. Клуб ябылмаһын өсөн мине мәҙәниәт хеҙмәткәре булырға күндерҙеләр, пенсияла булһам да, ризалаштым. Һәм әйтергә кәрәк, бина ла күркәм төҫ алды: бер нисә йыл элек пластик тәҙрәләр ҡуйылды, ҡул эштәренә оҫта ҡыҙҙарыбыҙ сәхнә өсөн матур шаршау тегеп элде. Байрамдарҙа бергәләп төрлө саралар үткәрәбеҙ, - ти Зөлфиә Барый ҡыҙы Мусина.

Ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Зөлфиә Минһажева оҙаҡ йылдар Сорғот ҡалаһында шәфҡәт туташы эше буйынса баш табип урынбаҫары булып эшләй, ул намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған. Әммә тыуған яҡ үҙенә тарта һәм ул ире менән Мораҙымға ҡайта. Ирекмәндәр хәрәкәтенең башланғысында торған Зөлфиә, ниндәй ҙә булһа эшкә тотонор алдынан, тәүҙә үҙе эшләп ҡарай һәм башҡаларға өйрәтә.  Ул шулай уҡ максеттар һәм башҡа изделиелар өсөн материалдар һатып алыуҙа ярҙам күрһәткән яҡташтары тураһында йылылыҡ менән һөйләй.

— Ауылыбыҙ әллә ни ҙур түгел, бында ни бары 69 кеше йәшәй, улар МХО-лагыларға ҡулдарынан килгәнсә, ярҙам итeргә тырыша. Ауыл халҡы hәм ситтә йәшәүсе яҡташтар гуманитар ярҙам — йылы кейем, көнкүреш әйберҙәре, тәм-том hәм боҙолмай торған аҙыҡ-түлек йыйыуҙа ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр яҡташтарыбыҙға адреслы посылкалар ебәрҙек. Тағын почта аша госпиталгә йылы юрғандар hәм постель кәрәк-яраҡтары менән һигеҙ посылка оҙаттыҡ. Беҙҙең бында йөрөй алмаған оло йәштәге инәйҙәребеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, Рәйфә Мусина, Рәфинә Крылова, Роза Иҙрисова, Рәсимә Агафонова, Ирина Крайнова, Рәмзилә hәм Руза Бәхтигәрәевалар, Зилә Низамова госпиталдәге яралылар өсөн 54 носки-чехол hәм 75 йылы ойоҡбаш бәйләп тапшырҙы, — ти ул.

Алдынғы һыҙыҡта йөрөгән һалдаттарға гуманитар ярҙам оҙатыу ҙа яйға һалынған. Автоволонтерҙар маскировка селтәрҙәрен, посылкаларҙы район үҙәгенә алып барып, «Надежный тыл» штабына тапшыра, артабан улар ылау менән ебәрелә. МХО башланғандан алып әүҙем эшсәнлек алып барған өсөн «Мораҙым шишмәләре» төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ете кешегә «Фронтҡа ярҙамы өсөн» миҙалы тапшырылған.

Бөгөнгө көндә ауылдан өс ир-егет Украина неонацистарына ҡаршы көрәшә, үкенескә күрә, икәүһе хәрби заданиены үтәгәндә hәләк булған. Ауыл халҡы яҡташтарының исемен мәңгеләштереүгә лә яуаплы ҡарай. «Мораҙым» позывнойлы һалдат иҫтәлегенә «Таhир шишмәһе» төҙөкләндерелгән. Юл буйындағы шишмәнән һыу алыусылар махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәп батырҙарса һәләк булған ябай һалдатты иҫкә аласаҡ.

Ауыл мәҙәниәт йортонда ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыуҙар ойошторола. Ирекмәндәр егеттәрҙе маскировка селтәрҙәре hәм бүләк-күстәнәстәр биреп оҙаталар. Ошо изге эштәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре булып ҡайтҡас, тағын да ҡанатланып эшләйҙәр. Ирешелгәндәре әле сик түгел, артабан да ярҙам күрһәтеүҙәрен дауам итергә уйлайҙар.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Яугирҙәргә ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Автор:Гумерова Л
Читайте нас