Дим буйҙары
+3 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
10 Апреля , 14:42

Яҙғы саҡырылыш нисек бара?

Бишбүләк районы хәрби комиссариаты 18 йәше тулып үткән ир-егеттәрҙе Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәт итергә саҡыра.

Яҙғы саҡырылыш нисек бара?Яҙғы саҡырылыш нисек бара?
Яҙғы саҡырылыш нисек бара?

1 апрелдән 15 июлгә ҡәҙер бөтөн ил буйынса хәрби комиссариаттарҙа яҙғы саҡырылыш кампанияһы үткәрелә. Башҡортостандан хәрби хеҙмәт үтеү урындарына биш меңдән ашыу егет оҙатыласаҡ. Был, тәү  сиратта, хәҙерге ваҡытта запаста булмаған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектерергә хоҡуғы булмаған 1999-2008 йылғы Рәсәй Федерацияһы граждандарына ҡағыла. Саҡырыуҙар буйынса күрһәтелгән йәштәге барлыҡ граждандар билдәленгән көндә иртәнге 8.30 район хәрби комиссариатына киләләр. Бында улар менән инструктаж үткәрелә. Шунан һуң улар медицина анализдарын биреү очен район дауаханаһына юлланалар. Шунан һуң сәғәт 11.00 -13.00 ҡәҙәр Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы табиптары хәрби комиссариатта буласаҡ һалдаттарға һәм матростарға медицина тикшеренеүе үткәрә, уларҙың хәрби хеҙмәткә яраҡлылығын билдәләй.  Шунан һуң барлыҡ саҡырылыусылар йөҙ процент күләмендә хәрби комиссариатта үткән йылдан башлап йыл әйләнәһенә 14.00 сәғәттән аҙнаның барлыҡ эш көндәрендә эшләй торған комплекслы район саҡырыу комиссияһынына әңгәмәгә саҡырыла. Мәҫәлән, 2008 йылда тыуған, колледжтарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыған граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектереү өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһын үтәләр. Шулай уҡ саҡырылыш комиссияһын ваҡытлыса физик яҡтан һаулығы сикле булған һәм хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ граждандар ҙа уҙа. Был колледждарҙа hәм юғары уку йортларында уҡымай торған хәрби хеҙмәткә алыныуҙан кисектереү булмаған граждандарға ҡағыла.

Быйыл яҙғы кампанияға саҡырылырға тейешле граждандар менән hөнәри-психологик һайлап алыу саралары үткәрелә. Шәхси эш буйынса hәр гражданиндың йәшәү, уҡыу hәм эшләү урыны, ғаилә составы, һаулыҡ торошо hәм яҡын туғандары тураһында белешмәләре өҫтәмә рәүештә тултырыла. Медицина тикшереүен үтеү йомғаҡтары һәм район саҡырылыш комиссияһының һуңғы ҡарары буйынса әлеге граждандар саҡырылыш нормаһын үтәү өсөн Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре ғәскәрҙәренең төрҙәренә бүленәсәк. Бишбүләк район хәрби комиссариатынан хәрби хеҙмәткә яңы алыныусыларҙы ебәреү апрель айынан алып 15 июлгә ҡәҙәр дауам итәсәк Яҙғы саҡырылыш буйынса Бишбүләк районынан 40-тан артыҡ кеше армия сафына алынырға тейеш.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

Альмир Кәлимуллин, Айыт ауылынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы:

— Мин быйыл яҙын Октябрьский нефть колледжын тамамлайым. Техниканы бик яратам. Ун һигеҙ йәшем тулғас, автомәктәптә уҡыным һәм «С» категориялы машина йөрөтөү таныҡлығы алдым. Армияға бик теләп барам. Физик һәм мораль яҡтан быға әҙермен. Минең бер туған ағайым Алмаз 2021 — 2022 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткәйне. Мине, профессиональ-психологик һайлап алыуҙы уҙғандан һуң, һауа-космик көстәренә билдәләнелер.

Данил Ильин, Киҫтәнле-Боғҙан ауылынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы:

— Мин Бәләбәй механизация hәм электрификация колледжын тамамлайым, тиҙҙән электрик дипломын аласаҡмын. Армияға бик теләп барам. Быға алдан уҡ әҙерләндем. Мин бик яҡшы физик формала. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткем килә. Минең бер туған ағайым Валерий Ильин 2011 йылда армияла намыҫ менән хеҙмәт итеп, сержант званиеһында ҡайтты. Һалдаттың изге бурысын намыҫ менән үтәргә һәм шундай уҡ яҡшы ғаилә традицияһын һаҡларға тырышасаҡмын.

Илшат Шәймәрҙәнов, Айыт ауылынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы:

-  Өфө кооператив колледжын тамамларғ һәм республиканың сауҙа селтәрҙәрендә эшләй башларға уйлайым. Ләкин шул ваҡытҡа ҡәҙәр миңә армияла тейешле срокты үтергә тура киләсәк. Саҡырыу комиссияһы барлыҡ әңгәмәләрҙән  һәм медицина тикшереүҙәренән һуң мине әлегә диңгеҙ яр буйы авиацияһының ғәскәрҙәренә билдәләне. Быны һис шикһеҙ башҡарып сығырмын тип уйлайым. Минең атайым үҙ ваҡытында өс йыл Хәрби-Диңгеҙ флотында кораблдә матрос булып хеҙмәт иткән. Бер туған ағайҙарым Илнур һәм Илдар ҙа Росгвардияла һәм элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттеләр. Мин уларҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәм. Тейешенсә хеҙмәт итермен дә ҡайтырмын.

Яҙғы саҡырылыш нисек бара?
Яҙғы саҡырылыш нисек бара?
Автор:
Читайте нас