

Был көндә совет космонавты Юрий Гагарин (9 март 1934 йыл — 27 март 1968 йыл) "Восток 1" йыһан карабында Байконур космодромынан йыһан киңлегенә оса. Донъяла йыһан карабында Ер планетаһы тирәләй әйләнгән беренсе кеше була.
Ул, бығаса һис сыналмаган рейста бер үҙе осҡан вакытта, беренсе булып космик трасса асыуҙың ни ҡәҙәр яуаплы булыуы тураһында уйлай. Ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр алдында яуаплылыҡ бит был. Әммә космостан уның тауышы тыныс яңғырай:
- Осош һәйбәт бара. Мин Ер горизонтын күрәм. Ғәжәйеп матур яҡтылыҡ! – ти ул.
Гагариндың Ер эргәһендәге киңлектә осоу ваҡыты 108 минут дауам итә. 2021 йылда Һарытау өлкәһендә, Гагарин йыһан карабында Ергә килеп төшкән урында, музей-парк комплексы булдырыла. Юрий Гагарин исемендәге Йыһан буйһондороусылар паркы асыла.
Советтар Союзында байрам 1962 йылдың 9 апрелендә СССР Юғары Советы указы менән булдырыла. Ул Космонавтика көнө тип билдәләнә. Был байрам икенсе совет космонавты Герман Титов тәҡдиме менән булдырыла.
Йыһанды яулауҙа Башҡортостандың да өлөшө бар. Өфө приюорҙар төҙөү производство берекмәһе ракеталар, спутниктар һәм орбиталь станциялар өсөн ҡорамалдаретештереп, Белорет металлургтары элемтә өсөн махсус йыһаздар эшләп, ярайһы уҡ өлөш индергән.