+8 °С
Облачно


Мәктәптә һалдаттар өсөн иҫән ҡалыу беләҙектәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. "Демушки" төркөмө ирекмәндәре Наталья Леонидовна Молчанова һәм Эльвира Каммун ҡыҙы Фәйзуллина 6-сы, 7-се класс уҡыусыларына беләҙектәр үреү ысулдарын күрһәтеп кенә ҡалманы, ә уларҙың тәғәйенләнеше тураһында ла һөйләне.
Уҡыусылар үреү техникаһын тиҙ үҙләштергән, бындай беләҙектәрҙең береһен эшләү өсөн 10-15 минут етә. Бөтә эшләнгән беләҙектәр алғы һыҙыҡта йөрөгән һалдаттарға ебәреләсәк.
https://vk.com/public201675390