Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
12 Апреля , 19:01

Башҡортостанда хеҙмәт династиялары конкурсы старт алды

Ярыш ике этапта уҙғарыла һәм өс номинацияны үҙ эсенә ала.

Башҡортостанда хеҙмәт династиялары конкурсы старт алдыБашҡортостанда хеҙмәт династиялары конкурсы старт алды
Башҡортостанда хеҙмәт династиялары конкурсы старт алды

“Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсы “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) буйынса башланды. Был хаҡта төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ярыш ике этапта уҙғарыла һәм өс номинацияны үҙ эсенә ала: “Һөҙөмтәле эш өсөн”, “Быуындар күсәгилешлеге өсөн” һәм “Иң боронғо династия”. Һайлап алыу 18 эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үтә, улар араһында агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сәнәғәт, мәҙәниәт, төҙөлөш, транспорт һәм башҡа төп тармаҡтар. Һайлап алыуҙы республика башҡарма органдары үткәрә.

Башҡортостанда даими йәшәгән һәм эшләгән өс һәм унан күберәк кешенән торған ғаиләләр ҡатнаша ала. Династияның бер өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыу өсөн тейешле тармаҡ министрлығына йәки ведомствоһына ғариза һәм документтар пакеты тапшырырға кәрәк. Конкурстың финал этабы 10 авгусҡа тиклем тамамланаЕңеүселәр һәм призерҙар һайлап алыу этабы лидерҙары араһынан билдәләнәсәк.

“Кадрҙар” милли проекты белем биреү учреждениеларының, компанияларҙың һәм дәүләттең координацияланған эше ярҙамында белгестәрҙе эш биреүселәр ихтыяжына ярашлы сифатлы һәм оператив әҙерләргә ярҙам итәсәк.

2029 йылға мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә селтәрен яңыртыу планлаштырыла – ”Рәсәй эше” яңы кадрҙар үҙәктәре асыласаҡ. Уларҙа предприятиеларға адреслы ярҙам күрһәтеләсәк, ә дәғүәселәргә эш табырға, карьера тректарын төҙөргә, һөнәри белемдәрен яңыртырға йәки яңы талап ителгән һөнәр алырға ярҙам итәсәк.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Сығанаҡ: bashgazet.ru/

 

Башҡортостанда хеҙмәт династиялары конкурсы старт алды
Башҡортостанда хеҙмәт династиялары конкурсы старт алды
Автор:
Читайте нас