

2026 йылдың 19 апрелендә Рәсәйҙең халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте үҙенең 35-йыллығына билдәләп үтә. Был дата юбилей ғына түгел, ә кеше тарихтары, hөнәри еңеүҙәр һәм кешеләргә ярҙам менән тулы бер осор. Тап бына ошо көндә 35 йыл элек Рәсәй Федерацияһында халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһында Закон ҡабул ителгән ине. Рәсәй территорияһында халыҡты эш менән тьәмин итеү буйынса дәүләт хеҙмәте ойошторолдо. Туҡһанынсы йылдар башында бындай закон ҡабул ителеү граждандарҙың хеҙмәткә һәм эшһеҙлектән социаль яҡлауға конституцион хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу өсөн кәрәкле аҙым булды.
35 йыл эшләү дәүрендә халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте ҡатмарлы трансформация юлын уҙҙы, йөҙҙәрсә мең кеше өсөн үҙенең әһәмиәтен һәм кәрәклеген иҫбатланы. Мәшғүллек хеҙмәтендә эшләүселәрҙең барыһы өсөн дә ул мөhим hәм тулҡынландырғыс ваҡиға булды. Уҙған йылдарҙа мәғлүмәт базаһы, юғары техник, матди йыhазланышы, hөнәри коллективы hәм дәүләт мәшғүллек сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса ҙур тәжрибәһе булған социаль әһәмиәткә эйә, һөҙөмтәле эшләүсе структура төҙөлдө. Башҡортостан Республикаһы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең структураһы бер нисә тапҡыр үҙгәртелде, эш системаһы камиллаштырылды. Был йылдар эсендә беҙ ҙур юл үттек: пособиелар түләүҙән алып кадрҙар үҙәгенең заманса технологияларын индереүгә, эшһеҙҙәрҙе иҫәпкә алыуҙан алып граждандарҙы hәм эш биреүселәрҙе комплекслы тәьмин итеүгә ҡәҙәр. Бөгөн мәшғүллек хеҙмәте һөҙөмтәгә йүнәлтелгән динамик система. Беҙ эш табырға ғына түгел, карьера төҙөргә, кадрҙар табырға, эшмәкәрлек инициативаһына ярҙам итeргә тырышбыҙ.
Юбилей — артҡа боролоп ҡарарға hәм эшебеҙҙең нисек үҙгәргәнен күрергә сәбәп ул. Шул саҡта: сираттар, ҡағыҙ карточкалар, «вакансия бар икән — ебәрәбеҙ» принцибы буйынса эш эҙләү. Хәҙер: «Работа в России» берҙәм цифрлы платформаһы, «Госуслуги» порталы, клиенттарға ҡарата (клиентоцентрик) яҡын килеү, карьера консультацияһы, профориентация, милли проект сиктәрендә яңынан уҡытыуҙа ярҙам итеү h.б. Ләкин ниндәй генә техника булмаһын, иң мөhиме — кешеләр. Беҙ бөгөн мәшғүллек хеҙмәтенең элекке етeкселәре hәм ветерандары Ф.Г. Абдуловты, Ф.E. Бакировты, В.А. Мурманскийҙы, хеҙмәткәрҙәре Н.Г. Никитинаны, Р.Т. Нәфиҡованы, В.А. Моратшинаны, Е.Н. Трофимованы, Р.З. Ғөбәйҙуллинды йылылыҡ менән иҫкә алабыҙ. Эшебеҙҙең ныҡлы нигеҙен һалған ветерандарға рәхмәт белдерәм.
Хәҙерге ваҡытта хеҙмәттең нигеҙен тәжрибәле белгестәр тәшкил итә: Р.Г. Зарипова, О.А. Минегалина, А.С. Әхмәҙишина, Н.Н. Миронова, А.Р. Минhажева, Е.В. Миронова. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән, белемдәрен hәм квалификацияларын даими камиллаштырып, улар район халҡының мәшғүллек хеҙмәте алдында торған бурыстарҙы үтәүгә үҙ өлөштәрен индерә. Тәжрибәле машина йөрөтөүсе В.Ф. Ғабдрахманов юлға сығырға һәр ваҡыт әҙер.
Әле эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә тырышлыҡтары, битараф булмағандары hәм юғары яуаплылыҡтары өсөн рәхмәт. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ меңләгән кешеләргә иртәһе көнгә ышаныс уятырға, ә республика иҡтисадына үҫeргә ярҙам итә. Эш биреүселәргә ышаныс һәм хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт. Һәм, әлбиттә инде, беҙгә ышанған hәм беҙҙең ярҙам менән эш, ғүмерлек хеҙмәтен йәки яңы hөнәр тапҡан hәр кемгә. Ҡәҙерле хеҙмәттәштәр, һеҙгe тотороҡлолоҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ныклы сәләмәтлек hәм именлек телйем. Алда — хеҙмәт баҙарын үҫтереү буйынса маҡсаттар hәм үтәләһе бурыстар!
Лилиә БУЛАТОВА,
Республика халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең территориаль бүлеге башлығы.