Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Апрель , 11:41

Файҙалы кәңәштәр

Тәҙрә төптәрендәге үҫентеләрегеҙ ныҡ, яҡшы үҫһен өсөн оҫта баҡсасыларҙан бер нисә кәңәш:

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Бының өсөн бер ус һуған ҡабығы һәм сүпрә кәрәк. Шуға 1 литр ҡайнар һыу һалығыҙ ҙа 5 минут ҡайнатығыҙ. 3 сәғәттән һуң һөҙөгөҙ. Шуға 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә һәм 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалып яҡшылап болғатығыҙ. 3 сәғәт торорға тейеш. Артабан 1 стакан шул төнәтмәгә 3 стакан һыу ҡушығыҙ ҙа үҫентеләргә һибегеҙ. Быныы рассадаларҙы пикировать иткәс, 7-10 көндән һуң һибергә кәрәк.

Помидор рассадаһын аҙнаға бер тапҡыр бәрәңге ҡайнаған һыу менән туҡландырырға була. Бының өсөн бәрәңгене тоҙ һалмайынса ғына һыуҙа бешереп, һыуын һыуытырға, шуға бер тамсы йод тамыҙып, яҡшылап болғатып, рассада төбөнә һибергә.

Банан ҡабыҡтарын да ташларға ашыҡмағыҙ. Рассаданы күсерер алдынан тартмаға бер ҡат балсыҡ, уның өҫтөнә ваҡлап туралған банан ҡабығын, уның өҫтөнә тағын балсыҡ йәйегеҙ. Тупрвҡта банан ҡабығы сереп, туҡлыҡлы матдәләрен помидор үҫентеләренә бирәсәк.

Шулай уҡ һуған ҡабығы һыуы ла рассаданы сирҙәрҙән һәм ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлай. Уны яһау өсөн бер стакан һуған ҡабығын ике стакан һыуҙа ҡайнатып сығарып, ике тәүлек төнәтергә һәм ҡулланыр алдынан ун стакан һыуға һалып болғатып, аҙнаға бер тапҡыр һибергә.

Файҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр
Автор:
Читайте нас