

Ғәбдрәүеф Сәләх улы 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 17 йәшлек үҫмер хәрби хеҙмәтен прожекторсы булып башлай, төнгө һауала фашист самолеттарын яҡтыртып, зенитсыларға ярҙам итә. Ярты йылдан легендар Т-34 танкыһының водитель-механик була. 1945 йылда Ғәбдрәүеф Гәрәев Варшаваны азат иткәндә ҡаты яралана һәм контузия ала. Һуғыштан һуңғы осорҙа Белоруссияла 157-се бригада составында, танкыға ҡаршы орудие командиры булып хеҙмәт итә, территорияларҙы бандеровсыларҙан азат итеүгә өлөш индерә.
1951 йылда тыуған яғына ҡайта.
Ҡаһарман яугир Т-34 танкыһында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, шулай уҡ күп кенә хәрби һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Водитель һөнәрен ала, ярты быуаттан ашыу кем генә булып эшләмәй ул. Ҙур йөк машиналары руле артында бөтә Башҡортостанды үтеп, СССР-ҙың күп кенә төбәктәрендә була. 1960 йылда ғаиләһе менән тыуған Бәләбәй районына ҡайта.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Еңеү көнөндә, 2019 йылдың 9 майында, Ғәбдрәүеф Гәрәев үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы — йәнә Т-34 кабинаһына ултырҙы. Символик рәүештә, ул быны Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң 75 йыл үткәс эшләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың әүҙем ярҙамы менән танк республиканың Ҡариҙел районында табылды.
Башинформ.