

«Беҙ Дағстандағы хәлдең ҡатмарлы булыуын күреп торабыҙ. Чечняның бер өлөшөн һыу баҫҡан. Мин һеҙҙән коллегаларығыҙ менән бәйләнешкә инеүегеҙҙе һорайым. Уларҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү зарур, бындай осраҡтарҙа һыу кәрәк, шифаханалар менән бергә ебәрербеҙ. Төбәккә ярҙам итәйек. Хәҙер бик ауыр ваҡыт. Курск һәм Белгород өлкәләренә ярҙам иткән кеүек, бында ла ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дағстанда һыу баҫыуға бәйле федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Быға тиклем унда төбәк кимәлендәге ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә ине. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Дағстанда һыу баҫыуҙан алты кеше һәләк булған, 6200-ҙән ашыуы зыян күргән. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә 42 тораҡ пунктта бөтәһе 9,8 мең йорт һыу аҫтында ҡалған.