Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Общие статьи
16 Апреля , 03:11

Бишек йырҙары яңғыраны

Бишбүләк ауылының "Улыбка" балалар баҡсаһы «Бишек илдәре» проектына ҡушылды 

Бишек йырҙары яңғыраныБишек йырҙары яңғыраны
Бишек йырҙары яңғыраны

Бала донъяға килгәндән һуң иң тәүҙә ишеткән ауаз − әсәһенең йомшаҡ тауышы. Бишек йыры − был ауаздың иң матур сағылышы. Әсә балаһын бишектә тирбәтеп, уға үҙенең мөхәббәтен, хыялдарын, өмөттәрен еткерә.

Балалар баҡсаһында аҙна буйына төркөмдәрҙә тылсымлы ҡурай моңо һәм наҙлы бишек йырҙары яңғыраны. Башҡорт йырында дала еленең шыбырлауы һәм сикһеҙ әсә һөйөүе сағыла. Ата-әсә роленә кергән кескәйҙәр ҡурсаҡтарҙы, телдең йомшаҡ интонацияһын ҡабатларға тырышып, айырыуса тулҡынланып, бәүетте.

Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү тылсымлы сара булған. Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәңгелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле.

Әлли- бәлли итер ул,

Мәктәптәргә китер ул.

Тырышып белем алғас,

Ғалим булып китер ул.

Йоҡла, балам,йом күҙең,

Йом-йом күҙең, йондоҙом.

Һиндә минең өмөтөм,

Бәхетле бул, күҙ нурым.

https://vk.com/public218299771

Бишек йырҙары яңғыраны
Бишек йырҙары яңғыраны
Бишек йырҙары яңғыраны
Бишек йырҙары яңғыраны
Бишек йырҙары яңғыраны
Автор:
Читайте нас