Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Общие статьи
16 Апреля , 08:32

Дегәнәк тамырын йыйыр мәл етте

Иң ҡиммәтле тамырҙар – яҙын йыйылғаны

Дегәнәк тамырын йыйыр мәл еттеДегәнәк тамырын йыйыр мәл етте
Дегәнәк тамырын йыйыр мәл етте

Хәҙер сирҙәр бик күп, айырыуса яман шеш кешеләрҙе аямай. Ә дегәнәк – барлыҡ онкология сирҙәренә ҡаршы дауа. Уны шәкәр диабеты, бронхит, гайморит, ревматизм, подагра, артрит, остеохондроз, һөйәк һыныу, умыртҡа араһындағы бүҫер,  атеросклероз, ҡолаҡ ауырыуҙары, хатта гепатит осрағында уңышлы ҡулланып була.  

Дегәнәк тамырын ҡаҙып алғас, йыуып киптерергә. Ҡалын тамырҙарҙы турарға һәм ваҡлап һаҡларға (беҙҙең заманда төрлө техника ҡулланырға ла мөмкин, мәҫәлән, ит турағыс, блендер, ҡәһүә ваҡлағыс).   

Тамырынан төнәтмә эшләү
 
Мәҫәлән, бөйөрҙәге кистаны дегәнәк һуты менән дауалайҙар. Уны әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргес аша үткәреп, һутын һығып алырға. Әйткәндәй, бындай һутты оҙаҡ һаҡларға ярамай, өс көн һайын яңыртып торорға кәрәк. Дегәнәк һутын тәүге ике көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр балғалаҡ эсергә, тағы ике көн көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә, артабан иһә көнөнә өсәр тапҡыр өсәр ҡалаҡ (аш ҡалағы) эсергә кәрәк. Дауаланыу курсы – бер ай. Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, бысаҡ осонда ғына киптерелгән уҫаҡ япрағының онтағын өҫтәргә мөмкин.
 
Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн, 10 г сеймалға бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға, шуны өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк.
Дегәнәктән компресс та файҙалы: төнгөлөккә ауыртҡан бөйөр яғына аҡ яғы менән ябып, шарф менән бәйләп ҡуйығыҙ.
 
Бәүел ҡыуҙырыу өсөн: 
Дегәнәк бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн 300 г тамырын 800 г ҡайнар һыуға һалып, талғын утта һыуы ике тапҡырға кәмегәнсе тоторға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Төн­гөлөккә бер стакан эсергә лә мөмкин.

Гепатит сире менән ир-егеттәр йыш ауырый. Иң аҙған тороштағы С гепатитын дегәнәк ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡ итә ала. Ике-өс ай дауаланырға кәрәк. Дегәнәк тамыры бауыр яман шешен, циррозды дауалау көсөнә эйә. Холецистит, бөйөр ауырыуҙарынан килешә, таштарҙы онтай. Тире ауырыуҙары осрағында ла файҙаһы ҙур: янған-бешкән урындарҙы, экзема, эренле яра, псориаз, сөсө ауырыуын дауалай, сәс ҡойолоуҙы туҡтата.

Подаграға ҡаршы: 

1. Ике ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған тамырына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һуңынан утҡа ҡуйып, биш минут ҡайнатырға. Әҙер төнәтмәне кө­нөнә өс тапҡыр йылы килеш яртышар стакан эсергә.

2. Быуындар подаграһынан ярты литр ваҡланған япрағына ярты литр бал һәм шул уҡ күләмдә араҡы ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға. Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) һаҡларға кәрәк.

3. Аяҡта подагра булғанда, дегәнәктән компресс ябырға була. Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ҡайнатырға һәм 40 минут самаһы төнәтергә. Марляны бер нисә ҡат итеп ҡатлап, төнәтмәгә манып алырға һәм ауыртҡан аяҡҡа ябырға. Өҫтөнән йылы әйбер менән уратып ҡуйырға онотмағыҙ. Һәр ҡулланғандан һуң марляны яҡшы итеп йыуырға йә алмаштырырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай.
 

Быуындар һыҙлағанда

Был осраҡта компресс, төнәтмәһе, май һәм кремдары ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә.

1. Йәш, йыуылған һәм киптерелгән япраҡтарын алып, ауыртҡан урынға (алдан үҫемлек майы һөртөргә) ябырға. Өҫтөнә туҡыма йә ҡағыҙ ябып, төнгөлөккә бәйләп ҡалдырырға. Полиэтилен ябырға тәҡдим ителмәй.
2. Ауыртҡан тубыҡҡа бер юлы бер нисә япрағын йомшаҡ яғын аҫҡа ҡаратып ябырға кәрәк. Ҡулланыр алдынан уларҙың өҫтөнә эҫе һыулы һауыт ҡуйып торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ төнгөлөккә нығытып бәйләп ҡалдырырға. Бөтә төр компресс менән дә дауаланыу курсы – бер ай.
3. Арҡа ауыртҡанда япрағын иҙеп, одеколонға манырға һәм ауыртҡан урынға ҡуйып, өҫтөнә полиэтилен ябырға. Был процедураны ярты ай буйы көн һайын ҡабатларға.
4. Дегәнәктең араҡыла төнәтелгән төнәтмәһе быуындар һыҙлауынан яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡланған тамырына араҡы ҡойоп, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә.
5. Майын әҙерләү өсөн 80 г дегәнәк тамырына бер стакан рафинадланмаған үҫемлек майы ҡойоп, бер көн төнәтергә. 24 сәғәттән һуң утҡа ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға. Дегәнәк майын һыуытҡыста һаҡларға.

Тиренең матурлығы һәм сәләмәтлеге өсөн

 
Дегәнәк тамыры составында фолий кислотаһы менән ниацин бар. Улар тирене иртә ҡартайыуҙан ҡотҡара. Шулай ундағы кальций, калий, фосфор һәм магний тирене кислород менән байыта. Дегәнәк бик яҡшы антисептик һәм ялҡын­һыныуға ҡаршы тороусы сара булараҡ, һытҡы­ларҙан арынырға ла ярҙам итә.

Борон-борондан дегәнәктең сәс өсөн шифаһы ла билдәле. Даими рәүештә дегәнәк төнәтмәһе менән сайҡатҡанда, улар ҡуйырып, матурайып китә, ҡойолоуҙан туҡтай.
 
Үләндәр менән дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сөнки иҫкәрмәләр бар.

 

Дегәнәк тамырын йыйыр мәл етте
Дегәнәк тамырын йыйыр мәл етте
Автор:
Читайте нас