Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
16 Апреля , 12:34

Өфөлә сквер төҙөкләндерелә

Скверҙа иҫке япманы һүтеү башланған да инде. Эштәр барышында биләмәлә разведчик һынландырылған металл стела ҡуйыласаҡ, йәйәүлеләр өсөн юлдар яңыртыласаҡ, балалар һәм спорт майҙансыҡтары монтажланасаҡ, яҡтыртыу һәм һыу ағыҙыу системалары яңыртыласаҡ. 

Өфөлә сквер төҙөкләндереләӨфөлә сквер төҙөкләндерелә
Өфөлә сквер төҙөкләндерелә

Өфөлә «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын (национальный проект «Инфраструктура для жизни») тормошҡа ашырыуға ярашлы Рихард Зорге исемендәге скверҙы төҙөкләндереү башланды. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Скверҙа иҫке япманы һүтеү башланған да инде. Эштәр барышында биләмәлә разведчик һынландырылған металл стела ҡуйыласаҡ, йәйәүлеләр өсөн юлдар яңыртыласаҡ, балалар һәм спорт майҙансыҡтары монтажланасаҡ, яҡтыртыу һәм һыу ағыҙыу системалары яңыртыласаҡ. Был эштәр парктың халыҡ өсөн уңайлылығын һәм хәүефһеҙлеген арттырасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл шулай уҡ Өфөлә Калинин һәм Октябрь райондарында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү дауам итә.

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыуға һәм яңыртыуға, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуына булышлыҡ итә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!        

Өфөлә сквер төҙөкләндерелә
Өфөлә сквер төҙөкләндерелә
Автор:
Читайте нас