+28 °С
Болотло


7 апрелдә иртәнге сәғәт 11 – ҙә мәктәптә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2026» акцияһы ойошторолдо. Йыл һайын үткәрелә торған сара "Тел-халҡыбыҙҙың рухи байлығы" девизы аҫтында үтте.
Сараның маҡсаты-Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен популярлаштырыу.
Диктант мәктәп майҙансығында офлайн форматта үтте, тексты башҡорт теле уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова уҡыны. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр быйыл да акцияла әүҙем ҡатнашты
https://vk.com/public201675390