Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
17 Апреля , 18:08

Оҙон ғүмерле уҡытыусы

Өфөнөң Октябрь районынан педагогик хеҙмәт ветераны Лидия Бажановаға 107 йәш тулды. Хакимиәт башлығы Антон Тарасов уны күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләне.

Оҙон ғүмерле уҡытыусыОҙон ғүмерле уҡытыусы
Оҙон ғүмерле уҡытыусы

Лидия Петровна ун айлыҡ курстарҙы тамамлағандан һуң Иглин районының ауыл мәктәбенә йүнәлтмә ала. Директор уның документтарын ҡарай ҙа немец теленән уҡытырға ҡуша. Йәш уҡытыусы аптырап ҡалмай: тәүҙә китаптар буйынса шөғөлләнә, һуңынан ситтән тороп Ленинград педагогия институтына һәм БДУ-ға уҡырға инә. Шулай итеп, ошо осраҡ уның һөнәри юлын билдәләй.

Өфөгә ҡайтҡас, Лидия Петровна Эске эштәр министрлығы мәктәбе яғында урынлашҡан Александр Матросов исемендәге балалар колонияһына эшкә төшә. Был учреждениеға 41 йыл ғүмерен (1945 йылдың 15 авгусынан алып 1986 йылдың 15 авгусына тиклем) бирә ул. Оҙаҡ йылдар уҡытҡандан һуң колониянан китә, ләкин эшен ташламай. 70 йәше тулғансы Өфөнөң 117-се урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Ярты быуаттан ашыу ғүмерен педагогик хеҙмәткә бағышлай.

Лидия Бажанованың ире 1943 йылда фронтҡа алына, ә 1944 йылда фажиғәле һәләк була. Лидия Петровна башҡаса кейәүгә сыҡмай, ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә.

Лидия Петровнаның зиһене асыҡ, күңеле көр. Рәхәтләнеп кроссворд сисә, аудиокитаптар тыңлай.

Башинформ. 
Оҙон ғүмерле уҡытыусы
Оҙон ғүмерле уҡытыусы
Автор:
Читайте нас