

Бөгөн һәр ҡайҙа экологик өмәләр гөрләй. Район халҡы үҙҙәре йәшәгән ауылдарҙы, ундағы иҫтәлекле урындарҙы, һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтереүен дауам итә.
Быйыл ҡар тиҙ иреп бөттө, шуғалыр ҙа йәшел үлән ҡалҡып та килә. Көн ҡояшлы булды, әсе ел булһа ла. Ҡулдарына көрәк, тырма, һәнәк тотҡан ауылдаштар килеү менән дәррәү эшкә тотондо. Улар эште Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск тирәһен таҙартыуҙан башланы, артабан Өйәҙе буйҙарын ҡоро-һары ағастарҙан һәм юл тирәләрен сүп-сарҙан, ҡоро үләндәрҙән таҙартты. Ҡатын-ҡыҙҙар тырмалаған ҡыйҙы ир-егеттәр арбаға төйәп, сүп-сар түгеү урынына илтеп торҙо.
Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип бушҡа әйтмәгән бит халыҡ. Бик ҙур эш башҡарылды: тирә яҡ таҙарып, юлдар асылып ҡалды.
- Күтәренке кәйеф менән эшләнек, - тинеләр аҙнайҙар. – Ауылыбыҙ күркәм булһа үҙебеҙгә яҡшыраҡ бит. Ошондай акцияларҙа күберәк кеше ҡатнашыуын теләйбеҙ.