

Был экологик акцияла ғәҙәттәгесә коллективтар: Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылары, Айыт ауыл советы хакимиәте, "Ләйсән" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, И.Р Ғимаев исемендәге Айыт уүп функцияля мәҙәни үҙәк, китапханалар, Ф. Кәрим музейы, дауаханалар, социаль хеҙмәткәрҙәр әүҙем ҡатнашты. Был мөһим саранан шулай уҡ депутаттар, хеҙмәт ветерандары һәм һуғыштарҙа ҡатнашыусылар ҙа ситтә ҡалманы.. Ҡыҫҡаһы, изге эштә ауыл биләмәһенең күп кенә әүҙем кешеләре һәм ирекмәндәр ҡатнашты. Күптәр ғаиләләре менән килгәйне.
Өмә барышында акцияла ҡатнашыусылар Айыт ауылында-2500, Кәрим ауылында 1500 үҫенте ултыртты. Ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән өмәлә Айыттан-68, Кәрим ауылынан 15 кеше ҡатнашты. Берҙәм көс менән эште тамамланғандан һуң, өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Сәйфуллина Зөлфиә Вәхит ҡыҙы әҙерләнгән тәмле бутҡа менән һыйланды.
Сығанаҡ: https://vk.com/aitovosp