

Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Балтас районынан Ленара Солтанова «Мәскәү Һылыуҡайы – 2026» гран-прийын яуланы. Ул Рәсәй медицина университетында уҡый.
1-се «Мәскәү Һылыуҡайы - 2026» исеменә Шишмә районынан Полина Яковлева лайыҡ булды. Полина – Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенты.
2-се «Мәскәү Һылыуҡайы - 2026» исемен Өфөнән Лина Хафизова алды. Ул М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡый.
Сараны Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы Илнур Исламғолов, Фиоза Миңлебаева һәм Илфат Әмиров ярҙамында «Братеево» мәҙәни үҙәге менән берлектә ойошторған. Конкурс Башҡортостандан ситтә йәшәгән йәштәр араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ әүҙем студенттар мөхитенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Башинформ.