Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Апрель , 04:57

Стәрлетамаҡ студенты мутлашыусыларға 715 мең һум аҡса күсергән

23 йәшлек егеткә билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен кәрәҙле элемтә операторы хеҙмәткәре тип таныштыра.

Стәрлетамаҡ студенты мутлашыусыларға 715 мең һум аҡса күсергәнСтәрлетамаҡ студенты мутлашыусыларға 715 мең һум аҡса күсергән
Стәрлетамаҡ студенты мутлашыусыларға 715 мең һум аҡса күсергән
Шылтыратыусы элемтә хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн килешеүҙе оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм СМС-хәбәр аша килгән кодты әйтеүҙе һорай. Зыян күреүсе сит кешенең ҡушҡанын үтәй.
 
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бер аҙҙан егеткә «Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» булып мутлашыусы шылтырата, ә бер сәғәттән «федераль именлек хеҙмәткәре» бәйләнешкә инә. Аҡсаны һаҡлау һылтауы менән улар студентты булған бөтә тупланмаларҙы алып, «хәүефһеҙ иҫәп»кә күсерергә күндерә. Зыян күреүсе, алдашыуҙы һиҙмәй, үҙ иҫәбенән 715 мең һум аҡса ала һәм уны банкомат аша аферисттар күрһәткән иҫәпкә күсерә.
 
Енәйәтселәр бәйләнешкә сыҡмағас, студент мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға. Әлеге ваҡытта был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының тәфтиш бүлеге тарафынан, РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (алдау).
 
Фото - яһалма ирнтеллект.
 
 
Стәрлетамаҡ студенты мутлашыусыларға 715 мең һум аҡса күсергән
Стәрлетамаҡ студенты мутлашыусыларға 715 мең һум аҡса күсергән
Автор:
Читайте нас