Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Апрель , 14:53

19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған

Башҡортостан — батырҙар төйәге. Бына дүрт йыл инде республика яугирҙары яңы биләмәләрҙә ил һағында тора һәм ысын мәғәнәһендә ҡыйыулыҡ, намыҫ һәм дәрәжә өлгөһө булып хеҙмәт итә.

19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған
19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған

Хәрбиҙәрҙең оло терәге булып берҙәм тыл тора. Бөтә республика бер маҡсат тирәләй берләшкән — һалдаттарға еңеүҙе яуларға ярҙам итеү. Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған.

Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын бер нисә тапҡыр билдәләне.

«2022 йылдың февраленән республика «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» принцибы буйынса йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, беҙҙең егеттәр, хәрбиҙәр һәм ветерандар — улар беҙҙең республика, илебеҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Беҙ бөтә идара итеү ҡарарҙарын ошо принципҡа таянып ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Яңыраҡ кемдер: «Радий Фәрит улы, һеҙҙең хыялығыҙ бармы?», — тип һораны. Мин былай тип яуапланым: «Минең бер генә хыялым бар — бөгөн яуҙа йөрөгән барлыҡ егеттәребеҙ еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһын». Был хыял барыбыҙҙы ла берләштерһен».

Башҡортостан яугирҙары МХО зонаһында үҙҙәренең ҡыйыулығы менән айырылып тора, иҫәпһеҙ-һанһыҙ батырлыҡтар күрһәтә. Республика тарихына үҙҙәренең исемен яҙған батыр яугирҙар араһында һалдаттар «Шах» һәм Искәндәр ҙә бар. «Шах»тың ҡаһарманлығы бөтә илгә данланды — күптән түгел уның хаҡында RТ хәрби хәбәрселәре сюжет төшөрҙө. Ҡорос ихтыярлы был һалдат алғы һыҙыҡта 19 кешенең ғүмерен ҡотҡара, ҡаты яралана, әммә үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡала.

Башинформ. 

19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған
19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған
Автор:
Читайте нас