

Спорт — физик культураның һаулыҡты һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән бер өлөшө. Спорт кешелә тиҙлек, етеҙлек, реакция, координация, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ hәм көс кеүек күнекмәләрҙе үҫтереү һәм көндәшлек эшсәнлеген күҙҙә тота.
Бокс — мускулдарҙың барыһы ла ҡатнашҡан иң һөҙөмтәле спорт төрҙәренең береһе, ул үҙеңдә көс йүнәлештәрен һәм координацияға эште берләштерә. Рәсәйҙә был спорт төрө киң үҫеш ала. Рәсәй Президенты Владимир Путин боксты юғары баһалай, уны Рәсәйҙә иң мауыҡтырғыс hәм популяр спорт төрҙәренең береһе, тип атай. Ул көрәштәрҙе һуғышсан сифаттар тәрбияләүсе hәм тормошта ярҙам итеүсе, тип һанай.
Бишбүләк ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында булып, бокс буйынса тренер Лев Агеев менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Лев Олегович — дипломлы белгес, быға ҡәҙәр кикбоксинг менән оҙаҡ hәм уңышлы шөғөлләнгән, республика hәм Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашҡан hәм беҙҙең йәш бокссыларыбыҙ менән дә әлеге ярыштарҙа призер булған. Бишбүләк районында бокс актив үҫеш ала, төп базаһы — «Парус» спорт мәктәбе, Бишбүләк ауылында 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге 50-60 бала hәм үҫмер шөғөлләнә.
— Был спорт төрө беҙҙә 2023 йылдан бирле үҫеш ала. Тренерҙар составы гел үҙгәреп тороу сәбәпле, башта ауырлыҡтар булды. Бөгөн «Парус» спорт мәктәбе базаһында бокс менән шөғөлләнеү өсөн бик яҡшы шарттар тыуҙырылған. Матди-техник база тулы. Күнекмәләрҙе мин алып барам — Лев Олегович Агеев hәм Бәләбәй ҡалаһынан килгән бокс буйынса спорт мастеры Александр Константинович Сорокин. Бокс секцияһын беҙҙә Михайловка ауылында Александр Сергеевич Силантьев эшләй әле. Ул занятиеларҙы мәктәптең спорт залында уҙғара. Улар юғары квалификациялы тренерҙар, ҙур спорт hәм педагогик тәжрибәләре бар. Беҙҙә барлыҡ күнекмәләр ете йәштән өлкәнерәк балалар менән төрлө йәштәге дүрт төркөмдә раҫланған расписание буйынса бушлай уҙа. Йыл һайын беҙҙең спортсылар ярыштарҙа ҡатнаша hәм призлы урындар ала. 2025 йылдың декабрендә Бишбүләктә бокс федерацияһы асылды.
Әңгәмәгә спорт секцияһында тәрбиәләнеүселәр Әмир Хәсәнов hәм Руслан Хикмәтов та ҡушылды. Улар өлкән төркөмдә шөғөлләнер өсөн икеһе лә секцияға ярты йыл элек килгән. Балаларҙы бында әлеге спорт төрө менән шөғөлләнгән дуҫтары саҡырған.
— Бокс менән шөғөлләнеү миңә бик оҡшай, сөнки бокс рухи көс, үҙ-үҙеңә, үҙ көсөңә, һаулығыңа ышаныс бирә. Шуға күрә күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам. Беҙҙең тренер Лев Олегович ярҙамсыл, яҡшы күңелле hәм талапсан. Ул миңә, оло ағайым кеүек, hәр ваҡыт ярҙам итә, тормошта ла, спортта ла дөрөҫ йүнәлеш бирә, — тип уй-кисерештәре менән уртаҡлашты Әмир.
Руслан бокстың үҙенә бик оҡшауын һәм уның менән бала саҡтан уҡ шөғөлләнергә хыялланыуын һөйләне. Төп илhамландырыусы —йәш бокссы өсөн шулай уҡ уның тренеры — Лев Олегович. Балалар оҙаҡ шөғөләнмәһәләр ҙә, үҙ көстәрен һынап ҡарарға өлгәргәндәр. KingStore (Кинг Стор) федераль сауҙа селтәре призына бокс буйынса асыҡ район ярышында икеһе лә II урынды алған.
Шуныһы ғәжәп, ирләр спорты менән малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә! Йәш спортсыларға сәләмәтлек, рух ныҡлығы hәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.
Өфөлә 24 апрелдә профессиональ бокс кисәһе уҙҙы. «14 спортсыҡкатнашыр, тип көтәбеҙ, дүртеһе беҙҙеке. Улар — Азалия Аминева, Бекхан Исраилов, Данис Ғабдрафиҡов, Артур Собханғолов. Бер аҙна ҡалды, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләре тиерлек хәл ителде. Төп иғтибар, әлбиттә, кисәнең төп уйынын ойоштороуға бирелә. Был турнирҙың үҙәк ваҡиғаһы», — тип яҙҙы Башҡоротстан премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге битендә. Шулай уҡ 2026 йылға спорт сараларының календарь планы нигеҙендә, 11 майҙан 17 майға ҡәҙәр Идел буе федераль округында зур ярышлар планлаштырылган. Алар арасында ир-атлар арасында бокс буенча Идел буе федераль округы чемпионаты Уфада узачак.