

Һәр hөнәр мөһим hәм хөрмәт талап итә. Уҡытыусылар киләсәкте формалаштыруу өҫтөндә эшләй, төҙөүселәр һәм дизайнерҙар матурлыҡ тыуҙыра, ашнаҡсылар кешеләрҙе тәмле ризыҡ менән һыйлай. Халыҡ әйтмешләй, «хеҙмәт кешене ҙурлай!». Мин бөгөн аҡ халат кейгән, өмөт биреүсе, йөрәктәрендә мәрхәмәт, ҡулдарында шифа булған кешеләр тураһында һөйләргә теләйем. Рәсәйҙә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын 28 апрелдә билдәләнеп үтелә. Әлегеһөнәри байрам рәсми рәүештә кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыусы врачтарҙың, фельдшерҙарҙың, шәфҡәт туташьарының hәм водителдәрҙең хеҙмәттәрен хөрмәт итеү йөҙөнән 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары менән раҫланған. Дата осраҡлы ғына һайланмаған: 1898 йылдың 28 апрелендә Мәскәүҙә пациенттарҙы йөрөтөү өсөн беренсе кареталар барлыҡҡа килә.
Бишбүләк ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе Октябрьский ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһына ҡарай. Бында ашығыс медицина ярҙамы, күсмә бригадаларҙы ла индереп, экстрен ярҙам күрһәтеү үҙәге булараҡ эшләй hәм тирә-яҡтағы райондар өсөн ойоштороу үҙәге булып тора hәм тәүлек буйы эшләй. Ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янағанда, йәрәхәттәр һәм бәхетһеҙлек осраҡтарында ашығыс һәм киктергеһеҙ ярҙам күрһәтелә. Диспетчер шылтыратыуҙы ҡабул итә, ауырлыҡты алгоритм буйынса үлсәй, иң яҡындағы бригадаға ебәрә. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре диагностика, урында дауалау hәм, кәрәк булғанда, стационарға медицина эвакуацияһы үткәрә.
Бишбүләк бүлексәһендә Бишбүләк үҙәк һәм Айыт участок дауаханаларында урынлашҡан ике бригада бар, унда ете водитель һәм алты алыштырғыһыҙ эшсе — медик эшләй. Байрам алдынан ғүмерҙәренең 40 йылын медицинаға, ә тап бына ашығыс ярҙамға 20 йыл бағышлаған Лариса Серафимовна Петрова менән очсраштым. Әлеге ханымдан йылылыҡ, ыңғай энергетика, яҡтылыҡ бөркөлә. Ул үҙенең медицина практикаһында күп тапҡырҙар кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарған hәм файҙалы кәңәштәр менән киләсәккә ышаныс hәм өмөт биргән. Лариса Серафимовна юғары дәрәжәләге профессионал, фиҙаҡәр һәм күңел йомартлығы булған белгес! Сөнки медицина хеҙмәткәренә күп белем hәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте кәрәк. Барлыҡ был сифаттар әлеге ханымда бар.
Лариса Серафимовна Бишбүләк районының Егоровка ауылында тыуған. Мәктәптә яҡшы уҡыған hәм бала саҡтан уҡ врач булырға хыялланған. Быға әсәһе Мария Давыдовнаның тыуған ауылы фельдшерлыҡ пунктында санитарка булып эшләүе лә, медицина хеҙмәткәренең hәр ваҡыт ҡыҙҙың күҙ алдында булыуы ла йоғонто яһаған. Ул әсәһенә йыйыштырыу эштәрендә ярҙам иткән, бер үк ваҡытта фельдшер эше менән дә ҡыҙыҡһынған, һорауҙар биргән, күҙәткән.
— Әгәр әле нисек эшләүебеҙҙе ул ваҡыттар менән сағыштырһаҡ, айырма бик ҙур. Утын киҫкәндәр, мейескә яҡҡандар, шприцтар ҡайнатҡандар — бик ҙур эш алып барылған. Медицина инвентарынан, хәтерләйем, терекөмөшлө тонометр бар ине. Ул бик ҙур, пенал рәүешендә, терекөмөштө быяла трубканан, манжет hәм грушанан тора ине» — тип үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша Лариса Серафимовна.
Мәктәпте тамамлағас, ул Өфө медицина училищеһына уҡырға керә, уны 1987 йылда тик яҡшы билдәләренә генә тамамлай. Шул ук йылда Өфөлә ҡала наркология диспансеры асыла, унда уның барлыҡ сығарылыш төркөмө уҡыусыларын ебәрәләр. Шул йүнәлештә биш йыл эшләп, медицинала тәжрибә туплағандан һуң, Лариса Серафимовна тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Ғаилә ҡороу, балалар табыу, хеҙмәт эшсәнлеге — былар барыһы ла Бишбүләк ауылында дауам итә. Ире Родион менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. 20 йылға яҡын уға район дауаханаһының төрлө бүлексәләрендә эшләргә тура килә.
— Ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһенә күсергәс, бик шатландым. Сонки был йүнәлештә күптән эшләргә теләнем. Мине шундуҡ фельдшер итеп алдылар, хатта стажировка ла үтмәнем. Ашығыс ярҙамды беренсе эш көнө һәр ваҡыт хәтеремдә. Был март башында булды. Ул ваҡыт беҙҙә 12 сәғәтлек смена ине. Ошо 12 сәғәт эсендә 12 саҡырыу килде! Әллә шул рәүешле яҙмыш мине ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынаны. Шунан бирле ике тиҫтә йыл уҙҙы, — тип иҫкә ала фельдшер.
Медицина хеҙмәткәрҙәрене эше еңел тугел, бигерәк тә, ашығыс ярҙам күрһәтеүҙә. Сонки күп кешеләрҙең ғүмере профессионализмға, иғтибарлылыҡҡа бәйле. Лариса Серафимовна хеҙмәттәштәрен бик хөрмәт итә һәм улар турыһында һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр әйтә. Күп йылдар эшләүсе водителдәр Кузьмин Геннадий, Руслан Андреев, Евгений Саватеев, Александр Васильев менән эшләй. Айыт участогы водителдәре Вадим Канеев, Венер Хисмәтуллин һәм Рәфит Хәбибуллин шулай уҡ берҙәм командала. Лариса Серафимовна автопарк көндән-көн ҡартая, автомобилдәр йыш ватыла, тип борсола. Әммә шоферҙарҙың оҫталығы арҡаһында бер генә үтенес тә иғтибарһыҙ ҡалмай, ауырыуҙарға ваҡытында ярҙам итәләр. Эштәге коллегалары Галина Терентьева, Гүзәл Нәжметдинова, Николай Кузьминға, Айыт участок больницаһынан Зиннур Кәримов менән Елена Паутоваға һәм водителдәргә сәләмәтлек, бәхет, балаларының бары тик ҡыуаныс ҡына килтеререн теләй! Кадрҙар составын етешмәүе лә борсой уны, шуға күрә ысын кунелден хеҙмәттәштеренең эштә һөнәри янмауын, бер-берһенә ярҙам итеүен, терәк булыуын теләй.
— Лариса Серафимовна саҡырыу буйынса килде, ул үҙенең мөнәсәбәте, һүҙе менән тынысландыра һәм күпкә еңелерәк булып китә. Уның һәләте бар, шуның ярҙамында ул уколһыҙ ҙа ҡан баҫымын төшөрә, йөрәк эшен торгеҙә ала. Мин барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле. Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәре менән әйтһәк: «Ауырыуҙарҙы күңел йылыһы һәм һәләтең менән дауала, һеңлем!», — тип әйтә барлыҡ рәхмәтле пациенттар исеменән Лилия Марсель ҡыҙы Мусаева.
Музыканттың ҡолағында һәр ваҡыт көй яңғырай; уҡытыусының күҙ алдына белем алырға теләгән балалар ҡушыла; бейеүсе күңеленән һәр хәрәкәтен еренә еткереп уйлай, ә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренең күҙ алдында үҙҙәре ҡотҡарған һәм ярҙамға мохтаж кешеләр ҡушыла. Лариса Серафимовна: «Эшкә барғанда, күпме генә саҡырыуҙар булмаһын, иң мөһиме шул: мин быны булдырасаҡмын, һәм мохтаждарға ярҙам итә аласаҡмын!», — тип әйтә.
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.