Дим буйҙары
+12 °С
Дождь
Общие статьи
29 Апреля , 08:35

Радий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы бар

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәйкәл реставрацияланған цехҡа барып эш барышын тағы бер ҡат тикшергәндән һуң, скульптураның торошо күпкә насарыраҡ булып сығыуы тураһында хәбәр итте.

Радий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы барРадий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы бар
Радий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы бар

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәйкәл реставрацияланған цехҡа барып эш барышын тағы бер ҡат тикшергәндән һуң, скульптураның торошо күпкә насарыраҡ булып сығыуы тураһында хәбәр итте.

Һәйкәлдең 60-70 процент тирә өлөшө яңыртып ҡойоуҙы талап итә. ⭕ Ошоларҙан сығып, республика етәксеһе мәсьәләне хәл итеүҙең ике төрлө юлын билдәләне:

1-се ысул булған суйын һәйкәлде һаҡлап алып ҡалып, шуны тергеҙеү. Әммә реставраторҙар материал урыны-урыны менән йоҡарыуын билдәләй һәм күп кенә өлөшөн яңынан ҡойорға тура киләсәк. Был - һәйкәлдең тышҡы йөҙөн һаҡлап ҡалып, тулыһынса тиерлек эшкәртеү буласаҡ.

2-се ысул - һәйкәлде яңынан бронзанан ҡойоу. Республика етәксеһе 1947 йылғы тарихи документтарға таянып, һәйкәлдең тап ошо материалдан эшләнергә тейеш булыуын телгә алды. Бронза тутыҡмай, коррозияға тиҙ бирешмәй һәм 200-300 йыл торасаҡ. Был осраҡта һәйкәл бер аҙ еңеләйәсәк, әммә оҙағыраҡ һаҡланасаҡ.

"Минеңсә, бында беҙҙең белгестәр, халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары үҙ фекерен белдерергә тейеш, нимә эшләтергә?" - тип һорауын йәмәғәткә төбәне Радий Фәрит улы. Төҙөкләндереү эштәренең ҡайһы ысулын һайлауға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев һәйкәлен мотлаҡ 2027 йылдың көҙөнә үҙ урынына ҡуясаҡтар - был хәл ителгән мәсьәлә.

Интервьюны тулыһынса ошонда ҡарағыҙ:

https://vkvideo.ru/video-27097047_456298694

Радий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы бар
Радий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы бар
Автор:
Читайте нас