

Беҙ ирекмәндәрҙең hәр ваҡыт хәрәкәттә, ҡайғыртыуҙа, ярҙамсыл булыуына күнеккәнбеҙ. Ләкин битараф булмаған кешенең дә ял итергә ваҡыты булырға тейеш. Һәм беҙ, ял итергә, Кавказға — ҡояш, тауҙар, минераль һыу, тыныс һулыш алырға киттек һәм, әлбиттә инде, гуманитар йөк алдыҡ, ул хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе МХО биләмәһенә үткәреү өсөн Ессентуки ҡалаһы ирекмәндәренә, шул иҫәптән «Судан» ҡушаматлы яҡташыбыҙға ла тапшырылды. Һәр ваҡыт әллә ниндәй яңы әйберҙәрҙе күреү ҡыҙыҡ. Ҡалмыҡ Республикаһы беҙҙең өсөн шундай асыш булды, уның тигеҙлектәрендә беҙгә дөйә көтөүе осраны. Шулай уҡ осһоҙ-ҡырыйһыҙ йәшел ҡырҙарҙа үҫкән ҡырағай ләлә сәскәләрен күреү бәхетенә ирештек.
Беҙҙең сәяхәтебеҙ Көнбайыш Кавказдың таулы районында, Карачай-Черкессияла дауам итте, унда беҙ ҡотҡарыусы Христ (Христа спасителя) йөҙөн күреү өсөн, Мицеста һырты ҡаяһына нығытылған 526 баҫҡыстан мендек, беҙҙең төркөм, бейеклектән ҡурҡыуын еңеп, ҡабатланмаҫ Архыз тауына йүнәлде. Уның төньяк битләүе тигеҙ өҫ тигеҙлегенән 2500 метр бейеклектә беҙҙең ирекмәндәргә буйһонды. Ирекмәндәр, ҡояшҡа һәм болоттарға яҡыныраҡ менеп, тәжрибәле остаз Марина Сафронова ҡулы аҫтында медитация уҙғарҙы. Архыз түбәһендә, горизонттың бөтә оҙонлоғонда ҡар баҫҡан тау һырттары күренә һәм һинең өсөн ваҡыт аҡрыная, үҙеңдең күңелеңә күҙ һалыу, яңы маҡсаттарға көс табыу өсөн ваҡыт барлыҡҡа килә. МХО-ла ҡатнашыусыларының әсәләре һәм ҡатындарының күҙ йәштәре менән тулы күҙҙәрен күреп, беҙ уртаҡ берҙәмлектең кәрәклеген аңлайбыҙ.
Беҙҙең сәйәхәт Медовый шарлауыҡтарында дауам итте. Был урында табиғәттең ысын ысын энергияһы һиҙелә. Ташларҙа баҫып тораһың, 50 метрҙан артыҡ бейеклектән ағып төшкән көслө һыу ағымдарына ҡарайһың, hәм бөтә уйҙар ситкә китә. Бер айға етәрлек көс йыйҙыҡ! Ә кисен беҙҙе команданы Кисловодск ҡалаһы көтә ине. Унда беҙҙе мультфильм геройы — Чебурашка һәм «Йырлы фонтандар» ҡаршы алды. Сәйәхәт Пятигорск ҡалаһында дауам итте. Сәскәләргә күмелгән парктар буйлап ашыҡмайса йөрөүебеҙҙе, Лермонтов ерҙәренә поход менән алыштырҙыҡ. «Провал» тәбиғи паркында моңһоу рус шағиры М.Ю. Лермонтов дуэле булған урынға барып еткәс, ирекмәндәр ғәжәйеп хис-тойғолар кисерҙе. Бейеклектән ҡурҡыуҙы еңеп, Машук тауына мендек. Ләкин ял иткәндә лә беҙ үҙебеҙ булып ҡалабыҙ. Кис менән беҙҙе Ессентуки ирекмәне Анна менән осрашыу көтә ине. Гуманитар йөктө күп йөкмәп, беҙ кәрәштәштәребеҙ менән аралашыуҙан бик күп кисерештәр алдыҡ.
«Кавказ» тигәндә башыбыҙҙа бер юлы тауҙар, һауа һәм ҡунаҡсыллыҡ һуҙҙәре килә. Әммә үҙенә башҡа айырып курһөтергө теләгән урын бар — был Грозный ҡалаһы. Бында беҙҙе сит кешеләр тип түгел, ә яҡын туғандары кеүек ҡаршы алдылар. Грозный — ул ҡаланың емереклектәрҙән баш күтәреүе һәм Рәсәйҙә иң матур ҡалаларҙың береһе. Беҙҙе ҡала хәкимиәте вәкиле һәм гид Марсель ҡаршы алды, ул беҙҙе баш ҡала менән таныштырҙы. Һәр ҡайҙа кешеләрҙең йылыһы, ҡайғыртыуы, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хөрмәт күрһәтеүе һиҙелә ине, сөнки экскурсияларҙың барыһын да ҡаршы алыусы яғы ойошторғайны. Бында, төп мәйҙанда, доньяның иң күркәм мәсеттәрҙең береһе — «Чечня йөрәге» мәсете ҡалҡып тора. Яҡындан күргәс, тын ҡыҫыла. Был архитектура ҡомартҡыһы ғына тугел, ул ярыш, ышаныс һәм берҙәмлек символы. Яҡында ғына бик матур баҡса бар, унда сакура сәскә ата. А.А. Ҡадиров исемендеге дан мемориаль комплексы — Моңһоу Ватан һуғышында чечен халҡына батырлығы һәм Чечен Республикаһының беренсе Президенты, Рәсәй Геройы Мәхмүд-Һади Ғәбделхәмит улы Ҡадир иҫтәлеген мөһабәт һәм ҡәҙерле хәтер һаҡлаусы. «Грозный-Сити» комплексы үҙенең мөһабәтлеге менән таң ҡалдыра — таулы республика уртаһындағы небоскребтар. Комплекстың 31 ҡатлы күҙәтеү майҙансығына менгәс, беҙ бөтә ҡаланы ус төбөндәге кеүек күрҙек. Кис менән, мириада уттары аҫтында, беҙ тағы бер «мөғжизә» — «Лестница в небеса» күҙәтеү майҙансығы менән танышырға киттек, ул бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Баҫҡыс башында баҫып төнгө Грозныйға ҡараһаң, күңелде хис-тойғолар биләп ала. Унда һин генә, йондоҙҙар һәм төнгө ҡала.
Республикала кешеләре — тыныс, яҡшы кунелле, тау кешеләре муллығы менән, теләһә ниндәй үтенескә ярҙамға килергә әҙер. Кавказ беҙҙе туғандарса ҡабул итте. Ә беҙ яңы көс, яңы фикерҙәр туплап ҡайттыҡ — яңынан ярҙам кәрәк булған ерҙә булыу өсөн. Ял итеү — шулай уҡ мөһим. Һәм беҙ быны иҫбатланыҡ.
Алевтина ВАСИЛЬЕВА,
Бишбүләк ауылың «Все для Победы» автоном коммерцияға ҡарамаған ойошма ирекмәндәре етәксеһе.