Дим буйҙары
+4 °С
Облачно
Общие статьи
30 Апреля , 11:12

Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы үтте

29 апрелдә Өфөлә Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов, Ҡырғыҙстан Республикаһының мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы үттеРәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы үтте
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансығында үткән сараға власть органдары вәкилдәре, мәғариф системаһы эксперттары һәм ике дәүләт төбәктәренән уҡыу йорттары етәкселәре йыйылды.

Билдәләп үтергә кәрәк: Ҡырғыҙстан мәктәптәрендә Рәсәй тәжрибәһен таратыу проекты 2021 йылдан Рәсәй Мәғариф министрлығы инициативаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Аҡмулла исемендәге университетта педагогтар әҙерләү программалары буйынса Ҡырғыҙстан Республикаһының 200 гражданы белем ала.

Мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы иң яҡшы педагогик тәжриәбәләр менән алмашыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанға өс көнлөк сәфәр сиктәрендә сит ил педагогтары һәм эксперттары, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре вәкилдәре республиканың мәғариф системаһын ентекле өйрәнгән, алдынғы уҡыу һәм ғилми-тикшеренеү ойошмаларында, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа булған, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге майҙансыҡтары менән танышҡан.

Осрашыуҙа Рәсәйҙең мәғариф министры Ҡырғыҙстан менән мәғариф өлкәһендәге берлектәге эштең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Педагогик кадрҙар әҙерләү, дәреслектәр төҙөү һәм башҡа материалдар, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу йәһәтенән ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу бик мөһим, – тине Сергей Кравцов. – Бөгөн Башҡортостандың алдынғы мәғариф системаһы менән таныша алыуыбыҙ ҡыуандыра. Киләсәктә Рәсәй делегацияһының Ҡырғыҙстанға сәфәрен дә ойоштора алырбыҙ, тип уйлайым.

Ҡырғыҙстан Республикаһының мәғариф министры һөҙөмтәле практикум ойошторған өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, Рәсәй делегацияһы сәфәре ваҡытында ярҙам итергә әҙер булыуын раҫланы.

– Төбәктең мәғариф өлкәһендәге үҫеш кимәле һоҡландырҙы. Шул уҡ ваҡытта беҙ үҙ-ара уртаҡлыҡтарҙың күп булыуын күрҙек. Иң мөһиме – лайыҡлы үҫеп килеүсе быуын тәрбиәләү,  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Догдуркул Кендербаева. – Һис шикһеҙ, беҙ бындай хеҙмәттәшлекте дауам итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ һәм үҙ еребеҙҙә Рәсәйҙән коллегаларыбыҙҙы шатланып ҡабул итәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Ҡырғыҙстан менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең күп йүнәлештәр буйынса яҡшы үҫешеүен билдәләне һәм ҡунаҡтарға сәфәр барышында алған тәжрибәһен уңышлы ҡулланыуҙарын теләне.

– Ҡырғыҙстан республикаһы менән беҙҙе бик күп нәмә бәйләй. Иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, бөгөнгө заманда үҙгәрештәрҙең локомотивы булып педагогтар сығыш яһарға тейеш. Тап улар йәмғиәттә әхлаҡи климат булдыра, беҙҙең быуынға лайыҡлы алмаш әҙерләй. Үҙ миссияғыҙға ошолай яуаплы ҡарауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Артабан практикумда ҡатнашыусылар саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Улар Башҡортостандың мәғариф мөхитен үҫтереү кимәлен, шулай уҡ инновацион ҡарарҙар һәм алымдар индереү буйынса эште юғары баһаланы.

Осрашыу аҙағында Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Ҡабарҙы-Балҡар Мәғариф министрлығының «Ҡояшлы ҡала» Балалар ижады академияһы, Бишкек дәүләт университеты һәм Ош дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте.

Сергей Кравцов шулай уҡ Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлегенә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттарын һәм Ҡырғыҙстан мәктәптәре өсөн рус теле дәреслектәренә сертификат тапшырҙы.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Сергей Кравцов делегация сәфәре сиктәрендәге эштең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.

– Беҙ ике дәүләт башлыҡтары ҡушыуы буйынса барлыҡҡа киләсәҡ туғыҙ мәктәпте төҙөү барышын тикшерҙек. Тәүге уҡыу йорттары 2027 йылдың сентябрендә үҙ ишектәрен аса, – тип билдәләне Сергей Кравцов. – Бынан тыш, педагогик университеттарыбыҙҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек, шул иҫәптән тәжрибә уртаҡлашыу, уҡытыусылар, студенттар буйынса пландар ҡаралды. Ҡырғыҙстанда тәбиғи һәм теүәл фәндәр буйынса белем биреү, профилле предметтарҙы, тәрәнәйтелгән кимәлдәге предметтарҙы уҡытыу буйынса бик ҡыҙыҡлы тәжрибә тупланған. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле. Ҡырғыҙстан мәктәптәре өсөн яңы рус теле дәреслектәренә сертификат тапшырҙыҡ. Улар Ҡырғыҙстандың мәғариф академияһынан коллегалар менән берлектә төҙөлдө. Дөйөм алғанда, бик һөҙөмтәле эшләнек, тип иҫәпләйем. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа был сараны ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ул илебеҙҙең мәғарифын үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.

***

Ҡырғыҙстандың мәғариф министры ла Өфөлә эште юғары кимәлдә ойоштороуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ иртә мәшғүллек идеялары өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә теләйбеҙ, юғары уҡыу йорттарында дуаль белем биреүҙе үҫтерәбеҙ, шул иҫәптән был осраҡта практик йүнәлешле алымдарға таянабыҙ. Мәғариф министрына һәм Башҡортостан Башлығына йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Догдуркул Кендербаева.

Төбәк етәксеһе абруйлы ҡунаҡтарҙың сәфәренә йомғаҡ яһаны һәм эшлекле программа сиктәрендә тикшерелгән мәсьәләләрҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙҙең Аҡмулла университеты Ҡырғыҙстан Республикаһы мәктәптәрендә рус телен өйрәнеү һәм уҡытыу өсөн берлектәге программалар әҙерләү майҙансығы булып тора. Был ҙур процесс – фәнни-методик тәҡдимдәр, уҡыу пландары, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү. Был мәсьәләләрҙең барыһын да тикшерҙек. Беҙҙең университет был йәһәттән афарин – темаға бик етди ҡарайҙар. Ҡырғыҙстан менән уртаҡ тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тығыҙ иҡтисади бәйләнештәребеҙ бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Һәм, әлбиттә, бөгөн беҙ Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Сергеевич Кравцов менән Башҡортостандың мәғариф системаһы алдында торған бурыстарҙы тикшереү өсөн яҡшы мөмкинлеккә эйә булдыҡ. Колледждар, мәктәптәр, балалар баҡсалары интенсив яңыртыла. Был йәһәттән әле башҡарыласаҡ эш күп. Федераль үҙәккә ярҙам һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтлебеҙ.
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы үтте
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикумы үтте
Автор:
Читайте нас