

29 апрелдә Өфөлә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Универсаль педагогик компетенциялар технопаркы эшмәкәрлеге менән танышты.
Технопарк 2021 йылда илдең педагогия вуздарын модернизациялау федераль комплекслы программаһы сиктәрендә асылды. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Мәғариф министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреү, остазлыҡты үҫтереү һәм мәғариф өлкәһендә йәш белгестәргә ярҙам итеү, шулай уҡ уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү һәм психологик-педагогик профилле кластар менән эшләү.
Билдәләп үтергә кәрәк: Аҡмулла университеты студенттар һәм уҡыусылар өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы программалау һәм һынап ҡарау, тактик медицина һәм «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» уҡыу предметы буйынса өҫтәмә белем биреү программаларын булдырған. Технопаркты ҡараған саҡта Рәсәйҙең мәғариф министры заманса шарттарҙа ошо йүнәлештәрҙең мөһимлеген һәм көнүҙәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сергей Кравцов менән Догдуркул Кендирбаеваға Башҡорт дәүләт педагогия университетының донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә ойошторолған йәштәр лабораторияларының эшләнмәләрен тәҡдим иттеләр. Фәнни-белем биреү үҙәге республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарын һәм сәнәғәт предприятиеларын берләштерә, ә төбәк, үҙ сиратында, лабораториялар булдырыуҙы хуплай, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса полилингваль кластар уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар, шул иҫәптән өс телле тематик һүҙлектәр, алты телдә электрон мобиль ҡушымта һәм полилингваль мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн уҡыу-тематик пландар әҙерләгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала 12 полилингваль мәктәп эшләй, уларҙа уҡытыу рус, туған һәм сит телдәрҙә алып барыла, тип билдәләне.
– Ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла полилингваль гимназиялар астыҡ. Йәш ауыл уҡытыусыларына һәм директорҙарына финанс ярҙам күрһәтәбеҙ. Уҡытыусыларыбыҙҙың үтенесе буйынса, ял итә һәм тейешле дауалау мөмкинлеге булһын өсөн, йыл һайын шифаханаларыбыҙға меңәрләгән юллама бүлергә булдыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең мәғариф министры республикала ғәмәлдә булған уҡытыусыларға ярҙам сараларын юғары баһаланы һәм был ыңғай тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә лә таратырға мөмкин, тип билдәләне.
Сергей Кравцов, Догдуркул Кендирбаева һәм Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған Ҡырғыҙстан студенттары менән аралашты. Был юғары уҡыу йортонда Ҡырғыстан Республикаһынан 200-ҙән ашыу студент белем ала. Догдуркул Кендирбаева Башҡортостан Башлығына һәм юғары уҡыу йорто етәкселегенә студенттар өсөн булдырылған яҡшы шарттар өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙе берҙәм мәҙәниәт, йолалар һәм телдәребеҙ бәйләй, хатта милли ризыҡтарыбыҙ ҙа оҡшаш. Ҡырғыҙстан студенттары бик ҡәнәғәт, Өфөлә үҙҙәрен өйҙәге кеүек хис итә. Иң мөһиме: улар бында сифатлы белем ала һәм яҡшы уҡытыусы булып китәсәктәр, – тине Догдуркул Кендербаева.
Глава РБ.