

Быйылғы һыу инеү миҙгелендә Стәрлетамаҡтағы «Бәрхәт» пляжы халыҡты төҙөкләндерелгән хәлдә ҡабул итәсәк. Биләмәне «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектына (национальный проект «Туризм и гостеприимство») ярашлы төҙөкләндерәләр, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә.
Ашҡаҙар йылғаһындағы пляжда бассейндар, ял итеү урыны, балалар өсөн уйын зонаһы менән 20 асыҡ һәм ете ябыҡ беседка ҡуйыу күҙаллана. Пляжға килеүселәргә уңайлы булһын өсөн сисенеү һәм душ бүлмәләре ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, унда спорт инвентарын прокатҡа алыу ойошторола.
Биләмәлә видеокүҙәтеү системаһы һәм ҡотҡарыу посы эшләй. Әлеге ваҡытта пляжда беседкалар ҡуйыла һәм инженер коммуникациялары монтажлана.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә, Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт итеүҙе үҫтерергә ярҙам итә. Туристар – сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Виктор Лушкин (“Октябрьский нефтяник” гәзите).