Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Общие статьи
8 Мая , 18:46

9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам

Бөйөк Еңеү көнө менән!

9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам
9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам

Һеҙҙе ысын күңелдән Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ!

9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам. Тап бына ошо көндә еңеүсе Ҡыҙыл Армия Бөйөк Ватан һуғышына һуңғы нөктә ҡуйҙы, үҙенең мәңгелек данын яуланы. Халҡыбыҙ, ныҡлы ихтыяр көсө күрһәтеп, мәңге йәшәйәсәк үлемһеҙ батырлыҡ күрһәтте!

Рейхстаг өҫтөндә Ҡыҙыл Байраҡ ҡуйылғанға 81 йыл уҙҙы, әммә совет кешеләренең батырлығы тураһындағы иҫтәлек hаман да һаҡлана. Ул буыннарны берләштерә, батырлыҡҡа илhамландыра hәм йөрәктәребеҙҙе ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе менән тулыландыра. Бөгөн беҙ ҡәҙерле hәм хөрмәтле ветерандарыбыҙға — тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш осоро балаларына фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм илебеҙҙе һуғыштан һуң тергеҙеүҙәре өсөн сикһеҙ  рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙ ауыр ваҡыттар кисерҙегеҙ, сыҙанығыҙ һәм Бишбүләк районы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙегеҙ!

Бөгөн Рәсәй яңынан yз бәйһеҙлеген яҡларға мәжбүр. Беҙҙең һуғышсылар, алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәтеп, ата-бабаларыбыҙ эшен намыҫ менән дауам итәләр. Ә беҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк, тылда берләшәбеҙ, уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Һәм беҙ ышанабыҙ, был берҙәмлектә — беҙҙең көсөбөҙ һәм буласаҡ Еңеүҙең нигеҙе.

Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтар! Бөйөк Еңеү көнө менән!

Район Советы рәйесе Ю.Г. ПАВЛОВ.

Район хәкимиәте башлығы вазифаларын башҡарыусы А.А. ҒӘЛИЕВ.

9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам
9 Май — барыбыҙ өсөн дә изге байрам
Автор:
Читайте нас