Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Май , 11:44

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Бөгөн, 8  майҙа, Аҙнай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 81-йыллығына арналған сара үтте.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмайБер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Һуғышта ил азатлығы өсөн һәләк булғандар һәм ветерандарға арнап ҡуйылған обелиск янындағы митингта һуғыш йылы балалары, мәктәп уҡыусылары һәм ауылдың төрлө йәштәгеләре  ҡатнашты. Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы Дим ауыл биләмәһе башлығы Сергей Михайлович Ходак сәләмләп, барыһын да яҡынлашып килеүсе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап матур, изге теләктәрен еткерҙе. 9 майҙың илебеҙҙә иң бөйөк байрам булыуын һәм ҙурлап билдәләүҙәре хаҡында әйтте үҙенең тәбрикләү телмәрендә район хәкимиәтенең администрация эштәре идарасыһы Алексей Васильевич Макаров.  Ул бик ҙур ҡорбандар менән яуланған еңеү хаҡы хәтерҙән юйылмаһын, йәш быуын был хаҡта белеп үҫһен, ил үҙенең батырҙарын онотмаһын тип теләне. 

Бөгөн "Еңеү" һүҙе йәнә беҙҙең өсөн бик күпте аңлата, ул йөрәктә ғорурлыҡ менән яңғырай. Байрамда ҡатнашыусы һәр кем Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән атай-олатайҙарының портреттарын тотоп килгәйне. Был көндө беҙ  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  ла "рәхмәт" әйтәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар менән бер рәттән МХО-ла һәләк яугирҙәр ҙә телгә алынды. Обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып яугирҙарҙы иҫкә алды.

Алып барыусылар Алевтина Әхмәтова һәм Лилиә Халиҡова һуғыш еленең һәр ғаиләгә ҡағылыуын билдәләп үтте.  Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән Фәүзиә апай Әхмәтова үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Был сарала МХОлағыларға ярҙам күрһәтеүсе ауыл ирекмәндәре Ғәлиә Мөхәмәтшинаға һәм Венера Сөләймановаға миҙал менән бүләкләнде, ә Рәзилә Әхмәтоваға “Башҡортостан” полкы исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды. Майҙанда патриотик рухтағы йырҙар яңғыраны, уҡыусылар һөйләгән шиғырҙар, бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Эйе, был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Автор:Гумерова Л
Читайте нас