Дим буйҙары
+29 °С
Облачно
Общие статьи
12 Мая , 06:28

22 миллион һум аҡсаһын бирергә күндергәндәр

Салауатта полиция айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

22 миллион һум аҡсаһын бирергә күндергәндәр22 миллион һум аҡсаһын бирергә күндергәндәр
22 миллион һум аҡсаһын бирергә күндергәндәр

64 йәшлек ир-ат, дәүләт органдарының ялған хеҙмәткәрҙәренә ышанып, үҙенең барлыҡ тупланмаларынан — 21,9 миллион һумнан артыҡ аҡсаһынан мәхрүм ҡалған.

Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 7 майға ҡәҙәр енәйәтселәр пенсионер  менән телефон аша һәм мессенджерҙарҙа бәйләнешкә кергән. Мошенниктар, үҙҙәрен Пенсия фонды, МФЦ, “Госуслуги” порталы һәм хатта ФСБ хезмәткәрҙәре тип таныштырып, төрлө легендалар ҡулланғандар. Улар ир-атты пенсияларын яңынан иҫәпләп, террорсылыҡты финанслау тураһындағы енәйәт эше һәм аҡсаларҙы “ҡоткарыу” өсөн аҡсаларын декларациялау кәрәклеге менән ҡурҡытҡандар.

Һөҙөмтәлә пенсионер счётынан барлыҡ аҡсаларын алған. 21 апрелдә ул курьерга 5 миллион һум тапшырған, 7 майҙа – тагын 16 миллион һумдан артыҡ аҡсаһын. Банк хеҙмәткәрҙәре, уның ни өсөн банктан аҡла алыуы менән ҡыҙыҡһынып, ир-ат менән профилактик әңгәмәләр үткәреүгә ҡарамаҫтан (пенсионер күсемһеҙ милеккә аҡа йыям тип аңлаткан), ул барыбер мошенниклык схемасы ҡорбаны булған.

Бик ҡыҙғаныс. Шул ҡәҙәр аҡса йыйырға тырышлығы булыуға ҡарамаҫтан,  ни сәбәплелер уларҙы һаҡлап ҡалырға айыҡ аҡыл һәм уяулыҡ етмәй ҡалған...

Сығанаҡ:  bashinform.ru

 

22 миллион һум аҡсаһын бирергә күндергәндәр
22 миллион һум аҡсаһын бирергә күндергәндәр
Автор:
Читайте нас