

Башҡортостанда йәй көнө 1940 балалар лагеры эшләйәсәк (былтыр 1899 ине). Уларҙа 201 меңдән ашыу бала ял итәсәк.
Лагерҙарҙы эшкә әҙерләйҙәр. 80 проценттан ашыуы ыңғай санитар-эпидемиологик һығымта алған да инде. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр иткән.
111 меңдән ашыу бала мәктәп яны лагерына йөрөйәсәк. Хеҙмәт һәм ял лагерҙарына 24 меңләп бала барасаҡ. Ҡала ситендәге стационар лагерҙар – 63,4 мең, палатка тибындағылар 1800 баланы ҡабул итергә йыйына.
Балаларҙы шулай уҡ походтарға, экскурсияларға, мәктәп яны майҙансыҡтарына, оҫталыҡ дәрестәренә, хеҙмәткә йәлеп итәсәктәр. Был саралар республикалағы 231 мең баланы солғаясаҡ.
Быйыл Башҡортостанда Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 бала ял итәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына (3 меңдән ашыу) түләүһеҙ сменалар булдырыла.
30 мең самаһы хеҙмәткәр, шул иҫәптән 16,5 мең педагог һәм 4 меңгә яҡын вожатый балалар менән эшләйәсәк.
Республикала лагерҙар һаны арта бара. Булғандары ремонтлана. Быйыл Туймазы, Ҡыйғы һәм Ейәнсура райондарында бөтәһе өс яңы стационар лагерь асыла.